Рәйсә ҙур хужалыҡ алып барыуына, ауылда йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашыуына ҡарамаҫтан, йыл да еләк ваҡытын “эләктереп” ҡалырға тырыша. Күп балалы әсә булараҡ, ҡышҡылыҡҡа ҡайнатмаһын да, компотын да күпләп әҙерләй, туңдырып та ҡуя. Себер яҡтарында йәшәгән ике ҡыҙына, туғандарына, ҡоҙа-ҡоҙағыйһына ла күстәнәскә ебәрергә тырыша. Еләк күп йылдарҙа уңған хужабикә һатып ғаилә бюджетына файҙа ла яһай.
Быйыл, аллаға шөкөр, ҡайын еләге уңған! Булдыҡлы, тырыш хужабикәләргә ваҡытынан файҙаланып, йый ҙа йый ғына. Афарин, Рәйсә!