Бөтә яңылыҡтар

Кешене хеҙмәт биҙәй

Мишкә районынан Флидә Аллаярова тырышлығы, фиҙаҡәрлеге менән хөрмәт ҡаҙанған

Флидә апай 1962 йылдың сентябрендә Мишкә районының йәмле Сабай ауылында Зәбидә һәм Мөхәмәтгәрәй Сәйетгәрәевтар ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә. Бәхетле ата-әсә артабан тағы ла дүрт балаға ғүмер бүләк итә. Иң олоһо булғанға күрә Флидәгә туғандары Рита, Гөлнара, Флүр, Риманы ҡарашыуҙа әсәһенең алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы була. Биш туған бик татыу, дуҫ үҫә. Бөгөн дә бер-береһе өсөн йән атып торалар, туғанлыҡ ҡәҙерен беләләр.Флидә Мөхәмәтгәрәй ҡыҙы Сабай ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағас, Уръяҙы ауылының һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә уҡырға төшә. 1977 йылда Өфө 1-се медицина училищеһына уҡырға инә. Фельдшер дипломын алып, 1981 йылда Мишкәгә ҡайта. Йәш белгесте Кесе Шаҙы һәм Ҡалмаҙан ауылдарына фельдшер итеп эшкә ебәрәләр. Быға тиклем фельдшер-акушерлыҡ пункты булмай был ауылдарҙа, белгес килгәс, яңы пункт төҙөйҙәр. Беренсе эш урыны бик яҡын була Флидә Мөхәмәтгәрәй ҡыҙына, ауыл халҡы йәш белгесте тиҙ үҙ итә. Өс йыл эшләгәс, йәш ҡыҙ Өфө ҡалаһына эшкә күсә. Унда ла ҡала дауаханаһында фельдшерлыҡ пункты мөдире булып эшләй. Буласаҡ тормош иптәше Флорид Нурияр улы менән тормош ҡорорға ҡарар иткәс, 1987 йылда кире Мишкәгә ҡайта. Район дауаханаһында өлкән фельдшер булып эш башлай. Тырыш, үҙ эшен яҡшы белгән, яуаплы белгесте күп тә үтмәй район поликлиникаһының өлкән шәфҡәт туташы итеп тәғәйенләйҙәр.— 17 йыл өлкән шәфҡәт туташы вазифаһында эшләйем. Һөнәремде яратам, һәр эште еренә еткереп башҡарырға күнеккәнмен, коллектив та икенсе ғаиләмә әйләнде. Хеҙмәттәштәремдән уңдым, — ти Флидә Мөхәмәтгәрәй ҡыҙы.“Флидә Мөхәмәтгәрәй ҡыҙы бик асыҡ, иғтибарлы кеше, һәр ваҡыт ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер. Һорауың булһа, тыныс ҡына аңлатыр, өйрәтер, шул уҡ ваҡытта бик талапсан да үҙе. Бар ерҙә тәртип булғанын ярата. Коллективты ойоштора белә, һәр береһе менән уртаҡ тел таба”, — ти уның хеҙмәттәштәре.Флорид Нурияр улы менән ике бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Эльвина менән улдары Илдар күптән үҙ ғаиләләрен ҡорған. Эльвина Екатеринбург ҡалаһында йәшәй, тормош иптәше менән Милана исемле ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Илдарҙың ошо көндәрҙә генә малайы тыуҙы. — Йәмле йәй көндәрендә Сабайға йышыраҡ ҡайтырға тырышабыҙ. Тәбиғәте иҫ киткес матур ауылымдың. Туғандар менән бергә тәбиғәт ҡосағында, Бөрө йылғаһы буйында ял итеү матур йолаға әйләнде, — ти Флидә Аллаярова.Флидә Мөхәмәтгәрәй ҡыҙына 2009 йылда фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” тигән маҡтаулы исем бирелгән.
Лилиә ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: