Бөтә яңылыҡтар
Уңғандар беҙҙең арала
13 Апрель 2020, 19:05

Үҙе лә, күңеле лә, үҫтергән гөлдәре лә матур

Иҫке Мутабаш ауылынан тәбиғәткә, гүзәллеккә ғашиҡ Миләүшә Ғәлина цикламендар үҫтереү серен яҡшы белә

Гөл-сәскәләр үҫтерергә яратҡан кеше ниндәй сифаттарға эйә була икән? Әлбиттә, тәү сиратта, уңған, өлгөр, матурлыҡҡа ғашиҡ, тормошто, әйләнә-тирәне яратҡан, асыҡ күңелле, эскерһеҙ булалыр. Иҫке Мутабаш ауылында йәшәүсе Миләүшә Ғәлина ошо күркәм сифаттарҙың барыһын да үҙендә туплаған.
Ауылдаштары Миләүшә Фәйзелғаян ҡыҙын тәжрибәле, үҙ эшен яҡшы белгән асыҡ йөҙлө китапханасы итеп кенә түгел, ә гөл-сәскәләргә ғашиҡ хужабикә булараҡ та белә. Уларҙың ихатаһын йәйен береһенән-береһе матур күп йыллыҡ рауза, пион, лилиә, флоксылар һәм башҡалар биҙәһә, өйҙәрендә иҫәпһеҙ-һанһыҙ бүлмә гөлдәре йәнгә рәхәтлек бирә. Бигерәк тә уңған хужабикә цикламендар үҫтереүгә, ошо наҙлы, матур гөлдәрҙе тәрбиәләүгә өҫтөнлөк бирә икән.
Бынан биш-алты йыл элек миңә цикламен гөлөн бүләк иттеләр. Шунан уны оҡшатып, үҫтереү серҙәренә төшөнөп, орлоҡтан үрсетә башланым. Был һоҡланғыс, наҙлы бүлмә гөлөн үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Беҙҙең өйгә ҡояш нурҙары турыға төшмәгәнлектән цикламендар яҡшы үҫә. Улар һалҡынса һауаны үҙ итә, ҡояш нурҙарын бик яратып бармай. Әлеге ваҡытта һигеҙ төрөн үҫтерәм, сәскә атҡандары менән орлоҡтан сығып буй еткергәндәре бөтәһе бергә 25 төпкә яҡын. Орлоҡ ултыртып сәскә атҡанға тиклем бер йыл тирәһе ваҡыт үтә. Цикламендарҙан тыш гербена, роза, примулаларым күңелгә тыныслыҡ, йәнгә рәхәтлек өҫтәй, — тип үҙенең яратҡан шөғөлө тураһында ихлас һөйләне ул.
Психологтар билдәләүенсә, сәскә атҡан бөтә гөлдәр ҙә кешенең ижади һәләтен үҫтерә икән. Миләүшә Фәйзелғаян ҡыҙының гөл үҫтереүҙән тыш күңел биреп башҡарған башҡа шөғөлдәре лә бар: ул бәйләмгә, сигеү эшенә маһир, береһенән-береһе матур картиналар ҙа сигә.
Тәжрибәле китапханасы, оҫта баҡсасы ауыл биләмәһенең йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Әлеге ваҡытта ирекмән булараҡ, оло йәштәгеләргә ҡулынан килгәнсә төрлө ярҙам күрһәтә.
Илһөйәр Махатова.
Миләүшә Ғәлина фотолары.
Читайте нас: