Бөтә яңылыҡтар
Уңғандар беҙҙең арала
10 Апрель 2020, 11:30

Сәскәләр батшабикәһе

Ҡарткиҫәк ауылында йәшәүсе Илмира Хәлфәт ҡыҙының баҡсаһын сәскәләр утрауына тиңләйҙәр.

«Ильмира Хәлфәт ҡыҙының ихатаһына инеү менән үҙеңде гөлдәр “батшалығы”нда йөрөгәндәй хис итәһең! Ниндәй генә сәскәләр юҡ бында: уларҙың сағыу төҫтәренән күҙ сағыла, хуш еҫтәренән баш әйләнә, был илаһи матурлыҡтан күпме ләззәт алаһың! Ошо тиклем гүзәллекте тыуҙырыу өсөн күпме көс, дәрт һәм ваҡыт китеүен иҫәпкә алып, хайран ҡалаһың!”- ти Ҡарткиҫәк ауылы ағинәйҙәрен етәкләүсе Фәнирә Мәүли ҡыҙы.
«Мин сәскәләргә ғашиҡмын. Йәйен – баҡсала, ҡышын тәҙрә төптәрендә үҫтерәм. Бүлмә гөлдәрем дә күп. Бегония, примула, яран гөлдөң төрлө сорттарын яҙҙырып алып, орлоҡтан үҫтерәм. Иртә яҙҙан тәҙрә төптәрен һәм йортобоҙҙоң икенсе ҡатын тултырып сәскә үҫентеләрен ултыртам, көндәр йылыныу менән тәүҙә теплицама, артабан уларҙы баҡсаға ултыртам.Аҙаҡ бер-бер артлы матурҡайҙар сәскә атып, күңелдәрҙе күтәрә. Сәскәләр минең йәшәү рәүешемә әйләнде, тиһәң дә була. Улар өсөн мин һәр саҡ ваҡыт табырға тырышам. Баҡса үҫтереүҙән ҙур ҡәнәғәтлек алам. Тәҙрә төптәрендәге һәм тыштағы гөлдәр шау-сәскәгә күмелеп ултырмаһа, тормошомдоң бер яғы китек булыр ине, - ти Илмира Хәлфәт ҡыҙы.- Иң яратҡан сәскәләрем - петуния һәм күп йыллыҡ георгиндар. Петунияның ғына 30-ҙан ашыу төрөн яҙҙырып алып ғинуарҙа уҡ сәстем. Тағы мартта ла орлоҡ һиптем. Тәүгеләре майҙа сәскәгә бөрөләнһә, икенселәре һуңыраҡ, уларға алмашҡа сәскәгә төрөнә”.Илмира Хәлфәт ҡыҙы 36 йыл ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған Ул - география һәм биология уҡытыусыһы. 30 йылдан артыҡ - мәктәп баҡсаһы мөдире. Нәҡ уның тырышлығы менән белем усағы ихатаһы йәйҙәрен шау-сәскәгә күмелеп, тирә-яҡҡа йәм биреп тора, ә баҡсала йылдың-йылында йәшелсә-емеш мул уңыш бирә. Бирелеп китеп гөл-сәскәләр ултыртыу, ҡайҙандыр ҡыҙыҡлы орлоҡтар табырға тырышыу менән мауыға тәжрибәле баҡсасы. Мәҫәлән, биш йыл элек һуғандың “Эксибишин” тигән сортын яҙҙырып алып, орлоғон ужымлатып, артабан уны баҡсаға айырып үҫтереп ҡарай. Бик уңа, бер башы хатта 800 грамға еткәне лә була! Быйыл мәктәп баҡсаһында ла ошо һуғанды үҫтереп ҡарарға уйлағандар.Бына шулай һәр минуттың ҡәҙерен белеп, был тормошҡа шатланып, балаларына ҡулдан килгәнсә ярҙам итеп, донъяларын сынъяһауға әйләндереп, сәскәләрҙән дәрт-дарман алып, экологик яҡтан таҙа йәшелсә үҫтереп, экопродукттар әҙерләп, йәштәргә өлгө булып йәшәй Илмира һәм Данис Абраровтар.
Наилә Имаева.
Читайте нас: