"Ильмира Хәлфәт ҡыҙының ихатаһына инеү менән үҙеңде гөлдәр “батшалығы”нда йөрөгәндәй хис итәһең! Ниндәй генә сәскәләр юҡ бында: уларҙың сағыу төҫтәрҙән күҙ сағыла, хуш еҫтәренән баш әйләнә, илаһи матурлыҡтан хайран ҡалаһың! Ошо тиклем гүзәллекте тыуҙырыу өсөн күпме көс, дәрт һәм ваҡыт китеүен иҫәпкә алып, хайран ҡалаһың!”- ти Ҡарткиҫәк ауылы ағинәйҙәрен етәкләүсе Фәнирә Мәүли ҡыҙы.