Бөтә яңылыҡтар

“Баҡса эшен бик яратам”

Уңған хужабикә Альбина Зәйнуллинаның яратҡан шөғөлдәре байтаҡ

Баҡсала эшләргә яратҡан, матурлыҡҡа ғашиҡ хужабикәләр әлеге мәлдә үҫентеләр үҫтереү менән мәшғүл. Шундай уңған гүзәл заттарҙың береһе — Альбина Зәйнуллинаның да мәшәҡәттәре байтаҡ.
Альбина Фәнзил ҡыҙы сәскәләр, бүлмә гөлдәре үҫтерергә ярата, баҡса эшенә ғашиҡ. Әлеге ваҡытта өйҙә тәҙрә төптәрендә төрлө йәшелсә, сәскә үҫентеләре буй еткерә. Ҡар иреп бөтөп, ер кипкәс, хужабикәнең тынғыһыҙ эше тышта башлана. Тырышлыҡ бушҡа китмәй. Көҙөн йәшелсә-емештәрҙең мул уңышын йыйып алып, уларҙы эшкәртеп, ғаиләһен ҡыш буйына тәмле ризыҡтар әҙерләп һыйлай.
Мин бала саҡтан баҡса эшенә ғашиҡмын. Йәшелсә-емеш, сәскәләр ултыртырға, уларҙы тәрбиәләргә яратам. Үҫентеләрҙе йыл да үҙем ултыртам, һатып алғаным юҡ. Үҙебеҙҙән артып ҡалғанын туғандарға, күрше-тирәгә таратам. Быйыл орлоҡтарҙы март башында сәскәйнем. Ғәҙәттә, татлы һәм әсе борос, помидор, сельдерей, кәбеҫтә, ҡыярҙың төрлө сорттарын ултыртам. Һалҡындар бөткәс, теплицаға сығарып ултыртабыҙ. Ҡыярҙы парникта үҫтерәбеҙ, июнь башында ашай башлайбыҙ. Баҡсаға күпләп бәрәңге, мал сөгөлдөрө, кишер ултыртабыҙ. Редисканы бик яратам, өс ҡабат ултыртам йәй буйына, — тип үҙенең яратҡан шөғөлө тураһында һөйләй уңған хужабикә.
Тырыш Зәйнуллиндар Солтанай ауылында йәшәй. Ғаилә башлығы Рифаттың әсәһенең тыуған ауылында ҙур, иркен, заманса өй һалып сығып, тырышып донъя көтәләр. Йәштәр мал ҡарай, ҡош-ҡорт үрсетә. Ғаилә ҡороуҙарына 10 йыл була. Тормоштарына йәм өҫтәп улдары һәм ҡыҙҙары үҫеп килә.
Альбина сығышы менән Иглин районының Ҡарамалы ауылынан, һөнәре буйынса экономист. Ул ауылдың мәҙәни тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Уңған хужабикәнең тағы ла бер яратҡан шөғөлө бар — ҡыҙҙар өсөн матур бантиктар, резинкалар эшләй.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас: