Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ғорурланырлыҡ егеттәребеҙ бар

Мишкә районы Оло Шаҙы ауылы егете Альмир Әхмәтшиндың исеме күптәргә таныш. Йәш егет үҙенең шәхси эшен асып, ярайһы ғына уңыштарға ирешергә өлгөргән.

Альмир 1988 йылда Оло Шаҙы ауылында Зилә һәм Таһир Әхмәтшиндар ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Ике апаһы Гөлшат һәм Гөлназдан һуң тыуған кинйә малай тырыш, йор һүҙле, маҡсатҡа ынтылыусан егет булып үҫә. Оло Шаҙы мәктәбен тамамлағандан һуң Өфө урман техникумында уҡый, артабан егетте хәрби хеҙмәткә алалар. Хеҙмәтен тултырып тыуған яҡтарына ҡайтып төшә Альмир. Күп тә үтмәй, яҙмыш буласаҡ тормош иптәше Ирина менән осраштыра. Балаҡатай һылыуы Иринаның яҙмыш яҙған яртыһы икәнен тиҙ аңлай ул. 2011 йылдың ноябрь айында гөрләтеп туй яһап, донъя көтә башлайҙар. Йәш пар үҙҙәренең эшен башлап ҡарарға хәл итә. Тырыш, баҫҡан ерендә ут сығарып торған егет бар инстанциялар аша үтеп, эшҡыуарлыҡ эшен башлап ебәрә. Ҡатыны Ирина алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы, көс-ҡеүәт биреп тороусыһы була. Ул документ эшен алып бара. Бөрө ҡалаһында икмәк бешереү йортон асып, икмәк бешерә башлайҙар. Унан Оло Шаҙы ауылында иҫке магазинды йүнәтеп, пекарня-магазин асып, ауылдаштарына эш урындары булдыралар. Тиҙ арала уларҙың тәмле икмәктәре тураһындағы дан районға тарала. Уларҙың икмәген район үҙәгенән шәхсән килеп алыусылар ҙа була хатта. Шулай яйлап ҡына уларҙың Өфө, Бөрө ҡалаларында, Мишкә район үҙәгендә магазиндары барлыҡҡа килә. Баш ҡалабыҙ Өфөлә тағы бер икмәк бешереү йорто асыла. Тормоштарына йәм өҫтәп, Арина исемле ҡыҙҙары донъяға килә. Әлеге көндә бәләкәс балалар баҡсаһына йөрөй. Күптән түгел улар ярым фабрикаттар етештерә башлай. Магазин кәштәләренә билмән, котлет, мантылар өҫтәлә. Халыҡ яратып һатып ала уларҙы. Ғинуар айында беренсе тапҡыр үткәрелгән “Бөрө билмәне” конкурсында Әхмәтшиндар беренсе урын яулай. — Эшләгәс, еренә еткереп эшләргә кәрәк, халыҡты алдап булмай. Беҙ сифат принцибы буйынса эшләйбеҙ, — ти Альмир.Оло Шаҙы ауылында, район үҙәгендә үткәрелгән байрамдарҙа, һабантуйҙарҙа һәр ваҡыт бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә ул. Күптән түгел Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде Альмир Әхмәтшин. Шундай йүнсел, егәрле райондашыбыҙ менән хаҡлы ғорурланабыҙ һәм эшендә уңыштар теләйбеҙ.
Лилиә ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: