Йәнтөйәк
-11 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Уңғандар беҙҙең арала
23 Февраль 2020, 18:00

Етмеш төрлө һөнәргә эйә

Дамил Исламшин ағасҡа йән өрөп, халыҡҡа кәрәкле йыһаздар етештерә

Солтанай ауылында йәшәүсе балта оҫтаһы Дамил Исламшин оҙаҡ йылдар ағас эше менән шөғөлләнә. – Малай кеше, ғәҙәттә, балта тоторға атаһынан өйрәнә. Мин дә бала саҡта колхозда ғүмер буйы тракторсы булып эшләгән, ағас эшенә оҫта атайыма һәр саҡ ярҙамлаша торғайным, үҙем дә унан күреп ваҡ-төйәк нәмәләр эшләй инем. Мәктәпкә уҡырға барғас, хеҙмәт дәрестәрен бик яраттым. Йәш саҡта, эшләгәндә был ҡыҙыҡһыныуым бер аҙ онотолоп торҙо, – тип һөйләй Дамил Имаммөхәмәт улы.
Тыуған ауылында һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, колхозға эшкә урынлашып комбайнер ярҙамсыһы, комбайнер булып эшләй. 1978 йылда армия хеҙмәтенә алына. Тыуған ил алдындағы бурысын намыҫ менән Йыраҡ Көнсығышта, Приморский крайҙа Уссурийск ҡалаһы янында төҙөлөш батальонында үтәй. Армиянан ҡайтҡас, Бәләбәй ауыл хужалығы техникумында уҡып электрик һөнәрен үҙләштерә. Һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, егерме йылға яҡын электрик булып эшләй ул. Тора-бара күңеленә яҡын ағас эшенә тартыла башлай. Башта үҙҙәре йәшәгән өйгә тәҙрә йөҙлөктәре эшләп ҡуя. Бик матур килеп сыға. Күрше-тирәләре лә заказ бирә башлай. Шулай ул әкренләп ағас эше менән шөғөлләнә башлай. Үҙенә оҫтахана төҙөп ҡуя, үҙ ҡулдары менән кәрәкле станоктарҙы йыя. Башта ябай ғына табуреткаларҙан, китап кәштәләренән башлаһа, хәҙер инде тәжрибәле оҫта матурлап төрлө ҙурлыҡтағы ултырғыстар, аш-һыу бүлмәһе өсөн, залға ҡуя торған өҫтәлдәр, карауаттар, эҫкәмйәләр, гөлдәр ҡуйыр өсөн ҡулайламалар етештерә. Кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙарға пар аҡҡоштар төшөрөп һандыҡтар, бәпестәргә бишектәр эшләп бирә. Дамил ағай ауылдаштарына ғына түгел, күрше-тирә ауылдар халҡына ла ишек, тәҙрә рамдары, яңаҡтары, семәрләп йөҙлөктәр етештерә.— Ауылда йәшәгәс, мал тотҡас, йәйен эш күп, шуға мин ағас эше менән күберәге ҡыш көнө мәшғүлмен. Хәҙерге магазин йыһаздарының ныҡлығы юҡ. Халыҡ быны аңлап, ҡулдан эшләнгәндәргә өҫтөнлөк бирә, — ти ул.Ағас эшенән тыш Дамил ағайға “тимер ене” лә ҡағылған. Техниканы ул биш бармағы кеүек белә. Иретеп йәбештереүгә оҫта булараҡ, хужалыҡтағы эштәрҙе еңеләйтеү өсөн төрлө ҡулайламалар уйлап эшләй. Мәҫәлән, бесән йыйғыс, утын ярғыс, тиреҫ түккес һәм башҡалар. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигән халыҡ мәҡәле нәҡ Дамил ағайға тура килә. Ул оҙаҡ йылдар умартасылыҡ менән дә шөғөлләнә.Был һөнәргә лә ул атаһынан өйрәнә. Имаммөхәмәт бабай ауылда тәжрибәле умартасы була.Дамил ағай Исламшинға халыҡҡа кәрәкле әйберҙәр етештереп, күңел биреп башҡарған шөғөлдәренән йән тыныслығы алып, эшенең ҡыуанысын, файҙаһын күреп йәшәргә яҙһын.
Илһөйәр Махатова.Фотолар ғаилә архивынан.
Читайте нас