Йәнтөйәк
+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Уңғандар беҙҙең арала
28 Ноябрь 2019, 14:41

Ҡунаҡсыл һәм уңған ғаилә

“Ҡаҙ өмәһе”н үткәреү өсөн Мөғтәбәровтарҙы осраҡлы һайламайҙар.

Миңзилә апай менән Рәдис ағай ауылда иң уңған, тырыш ғаиләләрҙең береһе. Йорттары ла әллә ҡайҙан ауылға йәм биреп, балҡып тора. Бөтә ерҙәге бөхтәлек, тәртип, сағыу төҫтәргә буятылған йорт-ҡуралар хужаларҙың эшһөйәрлеге, бөтмөрлөгө тураһында үҙе үк һөйләп тора. Йыл да күпләп ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Быйыл да 30 тауыҡ, 15 өйрәк, 15 ҡаҙ үҫтергәндәр.
– Әйҙәгеҙ, йортобоҙға рәхим итегеҙ, – тип байрамға килеүсе һәр кемде ихлас ҡаршы алды асыҡ сырайлы Миңзилә апай. Шулай байрамдың башынан алып аҙағынаса орсоҡ кеүек бөтөрөлөп, йүгереп, барыһын да хәстәрләп йөрөнө ҡунаҡсыл хужабикә. Әйткәндәй, Миңзилә Малик ҡыҙы бар ғүмерен мәғарифҡа бағышлаған. Ул 35 йыл мәктәптә уҡытыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.
– Ауылыбыҙ клубын етәкләүсе Гөлнара Шәйхинурова “Ҡаҙ өмәһе” байрамын һеҙҙә ойошторайыҡ, тип тәҡдим иткәс, Рәдис тә, мин дә бер һүҙһеҙ ризалаштыҡ. Ауылыбыҙҙың бар эшкә лә оҫта хужабикәләре, туғандар ҙа бергәләп эшкә тотонғас, өҫтәүенә район Мәҙәниәт йорто белгестәре лә өйрәтеп, кәңәшләшеп торғас, борсолоуҙарыбыҙ кәмене. Бына шулай, күмәк көс менән байрамға әҙерләндек. “Ҡаҙ өмәһе” гөрләп үтһен, донъяларыбыҙ имен булһын!
Читайте нас: