Бөтә яңылыҡтар
Уңғандар беҙҙең арала
22 Ноябрь 2019, 16:51

Оҫта ла, уңған да, моңло ла

Уңғанлығы һәм оҫталығы менән дан тотҡан, бар булмышы менән үҙенә ылыҡтырып торған хужабикәләр — һәр төбәктең ғорурлығы. Бөрө ҡалаһында йәшәүсе өс бала әсәһе Альбина Нафиҡова тап шундай гүзәл заттарҙың береһе. Уның һәр эшкә ихлас тотоноуы һәм еренә еткереп башҡарыуы күптәрҙе һоҡландыра.

Альбина Ҡәҙим ҡыҙы Борай районы Йомаҡай ауылында тыуып үҫкән. Әсәнән күргән – тун бескән, тигәндәй, оҫта ҡуллы гүзәл зат ҡул эштәренә әсәһенән өйрәнә. “Бәләкәй сағымдан әсәйемдең тегеү машинаһы артында тегенеп йәки бәйләм бәйләп, сигеп ултырғаны хәтеремдә. Үҙем дә уның эргәһендә уралдым, шуға күрәлер инде ҡул эштәре һәр ваҡыт үҙенә тартып тора”, – ти Альбина. Хәҙер ул үҙе һәм туғандары өсөн ламбрикендар, курткалар тегә. Сәхнә өсөн милли кейемдәрҙе һәм алъяпҡыстарҙы ла үҙе теләгәнсә тегеп кейә. Ҡыҙҙары Айгөл менән Алһыу ҙа ҡул эшенең был төрөн үҙ итә.
Альбина Нафиҡова бәләкәйҙән әсәһенең моңло йырҙарын тыңлап үҫә. Музыкаль белеме булмаһа ла бик моңло сағыу тауыш менән, профессиональ йырсылар һымаҡ йырлай, күңеленә ятҡан шиғырҙарға көйҙәр ҙә яҙа, әле ҡубыҙҙа уйнарға өйрәнә.
Эйе, талантлы кеше бар яҡтан да талантлы була. Альбина бәләкәйҙән матур итеп бейей ҙә. Сәхнәлә аҡҡош кеүек өйөрөлөүенән эргәһендәгеләр уны тик бейеүсе итеп күрә. Шуға күрә мәктәпте тамамлағас, атаһы менән сәнғәт институтына уҡырға инеү өсөн Пермь ҡалаһына юллана. Тик ауыл ҡыҙы ҡала ҡыҙҙарының үксәле туфлиҙарҙа шыҡ-шыҡ баҫып йөрөүҙәренән баҙап ҡала, уҡыу йорто тупһаһынан кире боролоп ҡайтып китә. Берәй йыл эшләгәндән һуң Бөрө дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инеү ниәте менән Бөрө художество фабрикаһына килә. Эшкә бер бирелгәс, киләһе йылына имтихандар биреү ҙә ситкә ҡала. Ағастан ҡырылған һындарға һәм һауыт-һабаларға биҙәктәр һалыу ата-бабаларҙың боронғо кәсебенә мөхәббәт уята. “Бына шул ваҡыттан ҡалғанмылыр, ниндәй генә йортҡа инһәм дә яңы йыһаздарға ҡарамайым, ә иң беренсе боронғо әйберҙәр ҡыҙыҡһындыра. Улар минең өсөн күпкә ҡиммәт һәм ҡәҙерле”, — ти ул.
“Бөрө алмалары” фестивалендә, ҡалала үткән башҡа байрамдарҙа станок артында туҡыма туҡыу серҙәре менән бүлешкән Рәзилә Ғарифуллинаны күреп-белеп йөрөй Альбина. Үҙенең дә туҡыма туҡыу теләге барлығын белдергәс, Рәзилә апай ҡуш ҡуллап үҙенең эргәһенә ала. Шулай итеп, 2015 йылдан башлап Бөрө тарих музейы эргәһендәге “Ебәк юлы” туҡыма туҡыу үҙәге коллективы менән бергә ул. Әлшәйҙә үткән “Башҡорт шәле” республика фестиваль-конкурсында ҡатнашып, ике йыл рәттән лауреат булған, “Башҡорт һуҡма шәлен тергеҙеү” номинацияһында диплом менән бүләкләнгән.
— Төрлө яҡтан уңған кеше менән бергә эшләү беҙгә дәрт кенә өҫтәй. Һәр ваҡыт беҙҙе яңы идеялары менән дәртләндереп тора, — тип Роза Вәкил ҡыҙына рәхмәтен дә белдерергә онотмай Альбина апай. Ысынлап та, үҙәктә шөғөлләнеүсе оҫталарҙың шәхси күргәҙмәләре Бөрө ҡалаһының тарих музейында йыш ойошторола. Күптән түгел Рәйлә Алламоратованың башҡорт көнкүреше күргәҙмәһе уңышлы үткән. Әле мари тормошон һүрәтләгән күргәҙмәһен планлаштырғандар икән. Альбина иһә Театр йылы айҡанлы татар көнкүрешен театрлаштырған. Төрлө яҡтан туғандарын да йыйып, ауыл тормошон күрһәткән сценарий төҙөй. Килгән ҡунаҡтар татар халыҡ аштары һәм самауыр сәйе менән һыйлана. Альбина Ҡәҙим ҡыҙының “Үткәнеңде онотма, хәтерләүҙән ҡурҡма һин” исеме аҫтындағы күргәҙмәһе Борай районы үҙәгендәге “Танып-һыу” арт-галереяһында үҙ урынын тапҡан.
Халыҡтың боронғо көнкүреше менән ҡыҙыҡһыныусан Альбина апай тыуған ауылы Йомаҡайҙа ураҡ урыу байрамын да ойошторған. Әсәһенең һөйләүе буйынса беренсе уларҙы үҙенә күрһәтеүен һорай. Боронғо уңыш йыйыу күренеше менән йәштәрҙе һәм балаларҙы таныштырыу маҡсатында ауыл халҡын йыя. Улар милли кейемдәр, сабаталар кейеп баҫыуға йыйыла. “Унда ураҡ тотоп көлтәләр эшләүен ҡараныҡ, усманың, сабағастың нимә икәнен белдек. Бала-саға шул тиклем тиҙ отоп алып, беҙ эшләгәнде ҡабатлап та ҡуя. Ҡара икмәкте ураҡ менән киҫеп, ағас ҡалаҡтар менән талҡан ашаныҡ. Ҡайтҡанда “Ай урағым” йырын йырлап ҡайттыҡ”, — тип хәтерләй ул мәлде ғорурлыҡ һәм шатлыҡ менән.
Элекке кешеләр нимә эшләһә, шуны үҙ ҡулы менән эшләп ҡарағыһы килеүҙән Альбина Ҡәҙим ҡыҙы етен дә ултыртҡан. Үҙ ҡулдары менән етендән еп иләү теләге менән яна. Күргәҙмәләргә һәм сәхнә өсөн кәрәк булғас, сабата, кәрзин үреү серҙәренә лә төшөнгән. Уларҙы өлкәндәрҙән һорап, кәрәк саҡта Интернет селтәрендәге видеояҙмаларҙы ҡарап еренә еткергән.
— Милли байрамдарҙың, халыҡ йолаларының тәрбиәүи әһәмиәте ҙур булған. Хатта ҡайҙандыр ошо йолаларҙы фильмға төшөрөргә килгәндәр. Балтас һәм Борай райондары халҡын Йомаҡай ауылына йыйғандар. Аттарҙы биҙәп, кырандастар егеп, гармундарҙа уйнап, ҙур байрам ойошторғандар. Шул көндө Бөйөк Ватан һуғышы башланған. Кино ҡайғыһы киткән. Шулай ҙа сыр-сыу килгән халыҡҡа таралышырға рөхсәт итмәйенсә, съемка эшен тамамлап ҡуйғандар. Ләкин был кадрҙарҙың артабанғы яҙмышы билдәһеҙ ҡала. Ошо фильмды табырға ине, — ти ҡыҙыҡһыныусан әңгәмәсем.
Бал ҡортондай уңған Нафиҡовтар ғаиләһе умартасылыҡ менән дә шөғөлләнә. Яҙмыш ҡушыуы буйынсалырмы, икенсе тапҡыр Туҡай ауылына килен булып төшә Альбина апай. Йәй көндәре унда тормош иптәше менән 50-гә яҡын умарта ҡарайҙар. Атаһы яғынан умартасылар династияһынан булғас, был эш тә ят түгел уға. Һәр яҡтан хужаға ярҙам итеп тора. Уңған, хәстәрлекле ҡатын өс бала әсәһе, биш ейән-ейәнсәргә өләсәй. Оло ҡыҙы Айгөл — Нефтекама ҡалаһында, Алһыу Бөрөлә үҙ тормоштарын ҡорған, Инсаф улдары VIII класта уҡый. Бына шулай бөтмөр, ихлас күңелле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ булғанда донъя ла йәмлерәк, тормош мәшәҡәттәре лә онотола кеүек.
Ғәлиә ҒӘНИЕВА
Читайте нас: