Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Уңғандар беҙҙең арала
30 Октябрь 2019, 11:55

Килендәрҙән уңды Төлгөҙбаш!

Фәнилә Мырҙабай ҡыҙы тыумышы менән Бөрйән районы Яңы Мөсәт ауылынан. Белорет педагогия училищеһын тамамлағас, 1988 йылда юллама буйынса Асҡын районына эшкә килә. Тулыраҡ түбәндәге ссылка буйынса:

— Мине район мәғариф бүлегендә Төлгөҙбаш мәктәбенең ул саҡтағы директоры Тимерғәле ағай Әбдрәхимов ҡаршы алды. Белем усағына башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы кәрәк була. Шулай мин Төлгөҙбаш мәктәбендә хеҙмәт юлымды башланым. Тәүҙә башҡорт, артабан татар теленән уҡыттым, һуңыраҡ башланғыс кластарҙа ла эшләнем. “Күк сәскә” балалар баҡсаһының “Ҡыңғырау сәскә” филиалы асылғас, махсус курстарҙа уҡып, тәрбиәсе булып эшләй башланым, — ти Фәнилә Мырҙабай ҡыҙы. — Кеше өсөн күңеленә ятышлы һөнәрле булыу, бер һүҙле, татыу коллективта эшләү – иң ҙур бәхеттең береһелер ул. Был йәһәттән мин сикһеҙ бәхетлемен. Яратҡан эшемдә камиллашырға мөмкинлек биргән Төлгөҙбаш еренә һәм халҡына рәхмәтлемен. Был ауылға килеүемә 32 йыл булды, әлбиттә, хәҙер ул тыуған төйәгем кеүек.
— Коллективыбыҙ татыу, тырыш, инициативалы. Төрлө йәштәге 14 бала баҡсабыҙға йөрөй. Байрамдарға төрлө иртәлектәр әҙерләп үткәрәбеҙ, ата-әсәләр ҙә әүҙемдәр. Улар менән бергәләп ҡурсаҡ театрын да тергеҙергә уйлайбыҙ. Төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү өмәләрендә лә бергәләп ҡатнашабыҙ, — тип һүҙгә ҡушылып, коллектив эше хаҡында һөйләне өлкән тәрбиәсе Әлфиә Мәҙһәт ҡыҙы Тимербаева.
Оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләп, һуңғы йылдарҙа бәләкәстәр йөрәгенә наҙ өләшкән хөрмәтле тәрбиәсе ғаиләһе менән дә бәхетле. Фәнилә Мырҙабай ҡыҙы — бар эшкә лә оҫта хужабикә, хәстәрлекле әсә. Тормош иптәше Марат Шәйхелислам улы менән улар ике ул һәм бер ҡыҙға матур тәрбиә биреп, һөнәрле иткән. Улдары Себер яҡтарында эшләй, ҡыҙҙары Илүзә Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында 5-се курста белем ала. Ғаилә ҡорғас, тәүҙә йәштәр ун йыллап Мараттың ата-әсәһе менән бергә йәшәй. 2007 йылда ҙур яңы йорт һалып инәләр. Бөгөн уларҙың ҡорған донъяһы әллә ҡайҙан балҡып тора. Ихатала күҙҙең яуын алып торған сәскәләр ҙә, өйҙәренең түрен биҙәгән бүлмә гөлдәре, зауыҡ менән эшләнгән йәмле йорт-ҡуралар – бөтәһе лә Әхмәтшәйеховтарҙың берҙәм тырышлығы. Ауыл ерендә йәшәгән башҡа уңғандар һымаҡ улар ҙа баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә, мал аҫрай, ҡош-ҡорт ҡарай. Йәйҙәрен урман-ҡырҙарға барып еләк-емеш, бәшмәк йыйырға яраталар. Шулай Фәнилә Мырҙабай ҡыҙы эшенән йәм табып, ғаиләһенән көс алып, балаларын ҡайғыртып, тормошҡа һөйөнөп ғүмер итә.
Читайте нас: