Бөтә яңылыҡтар
Уңғандар беҙҙең арала
23 Октябрь 2019, 18:27

Бар эшкә лә оҫта килен

Йыраҡ ерҙәрҙән килен булып төшөп, ауылдың күркәмлеген, ҡотон һаҡлаған гүзәл заттар ҙа байтаҡ Төлгөҙбашта. Шундай оҫта ҡуллы хужабикәләрҙең береһе — Ейәнсура районында тыуып үҫеп, бөгөн Төлгөҙбашта йәшәүсе Умырзая Арысланова.

Умырзая аш-һыуға, бигерәк тә башҡорт халыҡ ризыҡтарын әҙерләргә оҫта. Ул эшләгән витаминға бай талҡан, файҙалы ҡорот халыҡҡа айырыуса танһыҡ. Баҡсала эштәр тамамланғас, уңған хужабикә ҡул эштәренә ултыра. Ырғаҡ менән төрлө уйынсыҡтар, сувенирҙар бәйләй. Күптән түгел иһә ул яңы шөғөлгә тотонған – изолондан күләмле сәскәләр яһай. Интернеттан оҫталыҡ дәрестәрен ҡарап, уларҙы төрләндереп эшләү нескәлектәрен үҙләштергән.
Тормош иптәше Әлфир Рәзиф улы менән Эльнара исемле ҡыҙ тәрбиәләүсе Умырзая тураһында тулыраҡ итеп гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡый алаһығыҙ.
Читайте нас: