Йәнтөйәк
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Уңғандар беҙҙең арала
14 Октябрь 2019, 16:15

Ҡулдарынан гөл тама

Үршиҙе ауылында йәшәүсе Гүзәлиә Әғәлиуллина күптәргә таныштыр. Төрлө эштәрҙә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Гүзәлиә апай үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙыра. Бар күңелен һалып башҡарған ҡул эштәрен төрлө күргәҙмәләрҙә лә күрергә мөмкин.

Гүзәлиә Сәбехәтдин ҡыҙы йортонда матурлыҡ, бәрәкәт, сәләмәт тормош тантана итә. Уның йөнгә, сәйләнгә, пластик ҡалаҡтарға йән өрөп, күңел йылыһын һалып башҡарған ҡул эштәренә һоҡланмау мөмкин түгел. Күҙ яуын алырлыҡ рауза, ләлә, миләүшәләрҙе болонда үҫкән ысын сәскәләрҙән айырмаҫһың да. Был эштәрҙе башҡарғанда зауыҡ, матурлыҡты тоя белеү ҙә мөһим икәнлегенә төшөнәһең.
Гүзәлиә Әғәлиуллина тураһында тулыраҡ материалды “Йәнтөйәк” гәзиенең 18 октябрҙә донъя күрәсәк 20-се һанында уҡый алаһығыҙ.
Читайте нас: