Бөтә яңылыҡтар
Уңғандар беҙҙең арала
30 Сентябрь 2019, 13:20

Абруйы ҙур, һүҙе үтә

Тыуған ере, халҡы именлеге өсөн янып-көйөп һәр эште башлап йөрөгән тынғыһыҙ кешеләр һәр саҡ һоҡландыра. Нәҡ шундай егәрле ир-уҙамандарҙың береһе — Үршиҙе ауылы старостаһы Рәүеф Ниғәмәтйәнов. Күптән түгел ул 65 йәшлек юбилейын билдәләне. Тормош иптәше Хәнүзә апай менән икәүләп бына тигән итеп гөрләтеп донъя көтәләр.

Ихтыяр көсө ташып торған, ойоштороу һәләтенә эйә тынғыһыҙ старостаны ауылда ғына түгел, районда ла бик яҡшы беләләр. Тәүҙә совхозда, артабан электрик булып тырышып эшләгән Рәүеф Фәйзел улын Ауыл Советына ике саҡырылыш депутат итеп тә һайлайҙар. Ауылдаштарының ышанысын аҡлай ул: депутат бурыстарын күңелен биреп, дәрт менән башҡара. Кешене өгөтләп, тәнҡитләп түгел, ә шәхси өлгөһөндә, аныҡ ғәмәлдәр аша эш итә. Халыҡ менән берҙәм булғас, эштәре алға бара.
Ауылдаштарының тормошон яҡшыртыу һәм ауылды төҙөкләндереү өсөн район етәкселәренең тупһаһын да аҙ тапамаған ул. Ниндәй генә мәсьәләне хәл итергә тотонһа ла, уны аҙағына тиклем алып барып еткерергә күнеккән. Үршиҙе ауылы өсөн көнүҙәк булған ФАП төҙөтөү мәсьәләһе буйынса ла күп йөрөй. Тырышлығы бушҡа китмәй, әле ауылда модулле ФАП төҙөлә башлаған. Шулай, ауыл биләмәһе башлығының уң ҡулы булып, йөрәк ҡушыуы буйынса көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә һанап бөткөһөҙ эштәр башҡара ул. Әүҙем староста иңенә йәмәғәтселекте ойоштороу , ауылды күркәмләндереү, төҙөкләндереү, тәрбиәүи саралар үткәреү бурыстары ла һалынған. Халыҡ уға үҙен борсоған һорауҙар менән дә мөрәжәғәт итә.
— Үршиҙелә йәшәүсе халыҡ өсөн тынысмын, сөнки улар Рәүеф ағай Ниғәмәтйәновтың ныҡлы ҡанаты аҫтында, — ти Урмияҙ ауыл биләмәһе башлығы Илшат Ирғәлин. — Ауыл хакимиәтенең яңылыҡтарын еткереү, эшен теүәлләү йәһәтенән дә Рәүеф ағайҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Тиҫтә йылға яҡын староста вазифаһын башҡарған Рәүеф Фәйзел улын ауыл халҡы ихтирам итә. Уның әйҙәүен, ниндәй ҙә булһа дөйөм эшкә өндәүен йәше лә, ҡарты ла кире ҡаҡмай.
— Рәүеф ағайҙан башҡа ауылыбыҙҙа бер сара ла үтмәй. Беҙҙең дә уң ҡулыбыҙ ул. Өмәләр булһынмы, төрлө байрам саралары йәки кешене һуңға юлға оҙатыумы, бар ерҙә старостабыҙ башлап йөрөй. Ул алдан йөрөгәс, эш тә бара. Халыҡты йыя, ойоштора, етәкселәр менән һәр саҡ бәйләнештә тора, шылтырата, кәрәк икән, хәҙер техникаһын да һөйләшә, таба. Нәҡ уның инициативаһы буйынса ауылыбыҙҙа “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, Шәжәрә байрамдары үткәрҙек. Мәсетебеҙҙең 20 йыллығын да ҙурлап билдәләнек. Быйыл халыҡтан аҡса йыйып, ауыл зыяраты кәртәһен тимер бағаналар ултыртып, евроштакетниктар менән тота башланылар. Рәүеф ағай тормош иптәше Хәнүзә апай менән мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Икәүләп бына тигән итеп донъя көтәләр: мал ҡарайҙар, баҡсаларында гөл-сәскәләр, йәшелсә-емеш үҫтерәләр, — тип тик йылы һүҙҙәр әйтте Рәүеф ағай тураһында ауыл клубы мөдире Альбина Насырова.
— Үршиҙеләр — берҙәм халыҡ, ярҙамға атлығып ҡына торалар. Ниндәй генә йәмәғәт башланғыстары булмаһын, дәррәү күтәреп алалар. Яҙҙан ауылды төҙөкләндереү эштәрен башлап ебәрәбеҙ, йорт-ҡураларҙы ипкә килтереп, буяп, сәскәләр һәм ағастар ултыртабыҙ. Шулай ауылыбыҙҙы йәмләп, тәртиптә тоторға тырышабыҙ. Йәйҙәрен юлдарҙы ремонтлау, ҡыштарын уларҙы ҡарҙан таҙартыу, урамдарҙы яҡтыртыу эшен дә контролдә тоторға тырышам. Шишмәләрҙе, зыяратты ла таҙартып торабыҙ. Һәр эште ауыл биләмәһе башлығы Илшат Ирғәлин менән кәңәшләшеп башҡарабыҙ. Район Советы депутаты Ленар Саҙретдиновтың да һәр саҡ ярҙамын тоябыҙ, — тип эше тураһында баҫалҡы ғына һөйләп, ауылдаштарын маҡтап алды Рәүеф Фәйзел улы. — Быйыл “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ла ҡатнашырға теләк белдерҙек. Үршиҙене бөтә яҡлап та өлгөлө ауыл тип әйтеп булмай әлегә, эскән ғаиләләр бар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Беҙ был йәһәттән мәсетебеҙ менән эш алып барабыҙ, сәләмәт тормошто пропагандалаған саралар үткәрәбеҙ. Мәҫәлән, йәйгеһен ағинәйҙәр менән берлектә “Осрашабыҙ, танышабыҙ, ҡауышабыҙ” тигән район сараһын үткәрҙек. Осрашыуға районыбыҙ ауылдарынан яңғыҙ, парһыҙ йәшәгән ҡатын һәм ир-егеттәрҙе саҡырғайныҡ. Улар осрашып, танышып, аралашты. Был сара һөҙөмтәле булды. Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнөнә лә клубта матур сара әҙерләнә.
Халҡым, ауылым, тип янып йөрөгән шундай ир-уҙамандар булғанда, әлбиттә, үршиҙеләрҙең эше ырамлы барыр. Рәүеф Фәйзел улы һымаҡ әүҙем, рухлы, йәшәгән еренең ысын патриоты булған оло йәштәгеләр беҙҙең ғорурлығыбыҙ булып тора.
Альбина Насырова фотоһы.
Читайте нас: