— Йәрминкә бик оҡшаны. Күңелле көйҙәр яңғырап торҙо, халыҡ та күп килде, һатыу йәнле барҙы. Миләүшә ҡыҙым Асҡын 1-се мәктәбендә 8-се класта белем ала. Ғаилә менән һатыу итергә мөмкин тигәс, шатланып ризалаштым. Мин аҙна һайын баҙарға сығып, ошо ағас үҫентеләрен һатам. Үҫентеләр беҙҙең районға яраҡлаштырылған, прививкаланған, тиҙ тамыр ала, шуға ла халыҡ яратып ала, — ти Рафания апай.