Бөтә яңылыҡтар
Уңғандар беҙҙең арала
16 Сентябрь 2019, 17:18

Йәрминкәлә Әлфирә Зәйнуллинаның һөт ризыҡтары “һә” тигәнсе һатылды

Шәмбелә гөрләп үткән мәктәп йәрминкәһендә Асҡын ауылынан Әлфирә Зәйнуллина ла ҡатнашты.

Әлфирә Сәлимйән ҡыҙы һөт ризыҡтарын күпләп һатып, үҙенә байтаҡ ҡына килем эшләне. Ул алып килгән һары май, һөт, ҡаймаҡ, йомортҡа тиҙ арала һатылып бөттө.
— Бындай йәрминкәлә тәүге тапҡыр ҡатнашыуым. Малды күпләп ҡарағас, һөт ризыҡтары байтаҡ ҡына йыйыла. Бирегә танышым әйтеүе буйынса килдем. Әле бөгөн бигерәк тә һары майҙы яратып алдылар. Уны ҡышҡылыҡҡа күп итеп яҙып әҙерләп ҡуйғайным. Һораусылар булғас, тормош иптәшем Камил өйҙә ҡалғанын да ҡайтып алып килде. Йомортҡа, ҡаймаҡты ла тиҙ арала һатып бөттөм. Таныштарым заказ да биреп ҡуйҙы, — тип һөйләне ул.
Әлфирә Сәлимйән ҡыҙы “Электр техникаһын ремонтлау” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә налогтар буйынса белгес булып эшләй. Эшенең тығыҙ, яуаплы булыуына ҡарамаҫтан, өйөндә лә ул барына ла өлгөрә. Камил Рәхмәтулла улы менән күпләп мал аҫрайҙар, ҡош-ҡорт үрсетәләр. “Тырышлығыбыҙ бигерәк тә балалар өсөн. Ейәндәремә экологик яҡтан таҙа, файҙалы, тәмле ризыҡ булһын, тибеҙ”, — ти Әлфирә апай.
Читайте нас: