— Әлегә тиклем мәктәп йәрминкәһендә үҙем ҡатнашмаһам да, балалар йыл да кластары менән һатыу итте. Быйыл ата-әсәләрҙе лә йәлеп итеп яҡшы эшләгәндәр. Асҡын 2-се мәктәбендә өс балам белем ала: Фәнзәлиә — 10-сы, Илнар — 7-се, Ынйы 4-се класта уҡый. Балалар йәрминкәгә әҙерләнә, кем нәмә алып барырға хәстәрләй. Баҡсабыҙҙа йылдағыса йәшелсә-емеш мул уңыш бирҙе. Йәрминкәгә бер нисә төрлө ташҡабаҡ, ҡабаҡ, помидор, патиссон, алма алып барырға уйлап торабыҙ. Күп итеп ҡышҡылыҡҡа салаттар эшләнек, уларҙы ла төрлөһөнән алырбыҙ, тип уйлайым, — ти Рәйсә Ғафурьян ҡыҙы.