Бөтә яңылыҡтар
Уңғандар беҙҙең арала
12 Сентябрь 2019, 12:13

Балтаста гүзәллек яратыусы ҡатын-ҡыҙҙар бихисап

Балтас районында гүзәллек яратыусы ҡатын-ҡыҙҙар бихисап. Был шөғөлгә ғаилә менән ғашиҡтар ҙа күп. Ә ағымдағы йылда иһә сәскәләр үҫтереү башланғысын ойошма һәм учреждение коллективтары үҙ-ара ярышҡа — матурлыҡ конкурсына әйләндерҙе. Һөҙөмтәһе иҫ киткес: ҡайҙа ҡарама — аллы-гөллө сәскәләр, үҙенсәлекле композициялар, ҡаралған, тәрбиәләнгән түтәлдәр. Ярышҡа хатта ямғырлы йәй ҙә ҡамасаулай алманы!

Район ҡатын-ҡыҙҙар советы, “Ак калфак” татар ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы, район Мәҙәниәт һарайы тарафынан “Сәскәләр байрамы” йыл һайын үткәрелеп килә һәм күптән күркәм йолаға әйләнде. Уңған хужабикәләр был сараны көтөп ала. Һуңғы йылдарҙа район үҙәгендә урынлашҡан ойошмалар ҙа әүҙем ҡатнаша байрамда. Быйыл биләмәләрен сәскәләргә күмгән ойошма һәм учреждение коллективтары Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына, Рәсәй Федерацияһында Театр йылына һәм Балтас районы көнөнә бағышланған композицияларын жюри һәм гөлдәр яратыусы райондаштарыбыҙ иғтибарына тәҡдим итте.
Ысынлап та, ағымдағы йылдың ямғырлы йәйе район тарихына тирә-яғыбыҙҙы йәмләп ултырған, һоҡландырған сәскәләре менән инеп ҡалыр. Уңғандар, булдыҡлылар — үҙәк район дауаханаһы, Үҙәк мәсет, “Ҡояшҡай”, “Белоснежка”, “Миләшкәй”, “Буратино” балалар баҡсалары, 1-се һәм 2-се урта мәктәптәр, район Мәҙәниәт һарайы, “Сельэнерго” йәмғиәте, “Дәүләт дарыуханаһы” коллективтарының алды гөл-сәскәләр менән тулы, сағыу төҫтәре күҙҙең яуын алып тора. Күпселек коллективтарҙа үҫентеләрҙе ҡыштан уҡ сәсеп, тәрбиәләп үҫтереү матур йолаға әйләнгән. Уңғандар йыл һайын түтәлдәргә, сәскә төрҙәренә, композицияларға үҙгәреш индерергә, бер-береһе менән ярышырға ынтыла. Был яҡтан да улар маҡтауға лайыҡ. Яҙ етһә, кем нәмә менән ғәжәпләндерер тип көтәһең, яңылыҡ, матурлыҡ күреп һоҡланаһың. Мәҫәлән, дауахана түтәлдәре петунияның төрлөлөгө, төҫө менән ҡыуандырһа, дарыуханаға инеүселәр сальвияларҙың сағыу ҡыҙыл сәскәләренән күҙ ҡараштарын айыра алмай үтә. Иҫ киткес! Үҙәк мәсет йорто йыл һайын шау сәскәлә ултыра. “Был матурлыҡтың иғәнәселәре, йәғни үҫентеләр менән тәьмин итеүселәр — “Сәскәләр” кибете хужабикәһе Гүзәл Дәүләтшина һәм райондашыбыҙ, эшҡыуар Флорид Фәйрушин. Аҡ яулыҡлы, изге күңелле дини апайҙарыбыҙ Йәмғиә Хәмәтова, Фирүзә Әхмәҙиәрова, Фирүзә Нәбиуллина, Вәзирә Саҙртдинова, Әлиә Дәүләтгәрәева һәм уларға булышыусы Зөфәр ағай Суфияров йәй буйына сәскәләргә һыу һибә, суптәрен утай, күңел наҙҙарын биреп тәрбиәләй”, — тип һөйөнөсө менән уртаҡлаша мәсеттең имам-хатибы Филүс Камалтдинов.
Район Мәҙәниәт һарайы алдында иһә бирелә эшләгән учреждениеларҙың коллективтары көсө менән ағымдағы йылда бөтөнләй ят композициялар булдырылды. Декоратив ағастар, ҡыуаҡтар ултыртылды, йәй буйына петуниялар гөрләп сәскә атһа, көҙгө көндәрҙе бәрхәт гөлө, астра һәм башҡалар биҙәй. “Сәскәләр байрамы”н ойоштороусылар ойошмаларға рәхмәт һүҙҙәрен юлланы, коллектив етәкселәренә Почет грамоталары тапшырҙы.
Иштирәк ауылында йәшәүсе Зөлфинә Мирғәзова, Түбән Ҡарыш ауылынан Әлфиә Солтаншина, Иҫке Балтастан Фәғилә Нәбиева, Альбина Ғиләжева, Гөлназ Кашанова, Руфина Хажиева һәм башҡаларҙың йорттарына гөлдәр композицияларға тупланып, тирә-яҡҡа нур һибә. Зөлфинә Мирғәзова сәскәләрҙе тимерҙән ҡойолған төрлө фигуралар араһына урынлаштыра, баҡсаһында ниндәй генә ҡош һәм йәнлек һыны юҡ! Һәр нәмә юғары зауыҡ менән, бер-береһенә тура килтереп ҡуйылған, ултыртылған. Бирегә уҡыусы балаларҙы хатта экскурсияға алып киләләр! Түбән Ҡарыштан Әлфиә Солтаншина йорто Ҡара диңгеҙ ярын хәтерләтә. Кипаристар күләгәһендә ял итәһең, бассейнда ҡойонаһың, сәскәләрҙең хуш еҫенә иҫерәһең. Әлбиттә, был ике уңған хужабикәгә булышыусы, бер маҡсатта яныусы тормош иптәштәре, ҡулдары оҫта Рәмил менән Маратҡа ла “Афарин”дан башҡа һүҙ юк!
“Сәскәләр байрамы” алдынан жюри ағзалары Иҫке Балтас ауылы урамдары буйлап көн оҙоно йөрөп, хужабикәләр менән аралашты. Фәғилә Нәбиева йылдағыса яңылығы менән ғәжәпләндерҙе. Таштарҙан, уттарҙан, сәскәләрҙән, һындарҙан эшләнгән композициялары уҙған йылдарҙан һаҡланып, тағы ла күберәк сәскә төрҙәре менән байытылған. Быйыл иһә Фәғилә көнкүрештән ҡалған материалдарҙан гөл һауыттары эшләргә өйрәнеп алған. Уларҙың ниндәй генә формаһы, төҫө юҡ! Баҡсаны йәмләп, ҡупшы гөлдәрҙе һыйындырып, булдыҡлы, ғәжәйеп фантазиялы, гүзәллек яратыусы хужабикәнең хеҙмәтенә мәҙхиә йырлап ултыра улар баҡса түрендә.
Ике әхирәт Гөлназ Кашанова һәм Руфина Хажиева — петуниялар үҫтереү оҫталары. Сәскәләрҙең бөтә серен белә уңғандар. Гөлдәрҙең сит илдә сығарылған сорттарына өҫтөнлөк бирәләр. Ҡойма ямғырҙарға, көслө елдәргә, төрлө ауырыуҙарға түҙем гөл орлоҡтарын ҡыштан уҡ почта аша яҙҙырып алалар. “Ампель һәм суперкаскад төрҙәрен бик яратып үҫтерәм, — ти Гөлназ. — Төрлө төҫтәге blue, wait, taidal сорттарын сәсергә тырышам. Петуния ирек ярата. 30 литрлы һауытҡа бер генә үҫенте ултыртам. Тупраҡ туҡлыҡлы булырға тейеш. Торф, ер һәм ҡомдо 1:1:1 иҫәбендә ҡулланам”.
Алдағы йылда Балтаста сәскәләр үҫтереү йолаһы тағы ла киңерәк билдәлелек яулар, тигән ышаныс менән тамамланы “Сәскәләр байрамы”н алып барыусы Гөлназ Ғәйфуллина менән Камилә Халиҡова. Тирә-яғыбыҙҙы матурлау үҙебеҙҙең ҡулда. Сәскәләргә һоҡланып йәшәйек, гүзәллектән рухи көс алайыҡ!
Ғәзим Талипов фотоһы.
Читайте нас: