Бөтә яңылыҡтар
Уңғандар беҙҙең арала
10 Сентябрь 2019, 18:04

“Йәрминкәгә ҡаҙ һатырға барам”, — ти Асҡындан Әлфиә Ибениева

14 сентябрҙә үтәсәк “Татыу ғаилә баҙары” мәктәп йәрминкәһендә ҡатнашырға асҡындар әҙерләнә лә башланы инде.

Кемдер һөт ризыҡтары әҙерләй, кемдер йәшелсә-емеш, дарыу үләндәре, кемдер ҡайнатма-салаттар, кемдер ҡул эштәрен барлай, ә бына Асҡын ауылында йәшәүсе Әлфиә Ибениева ҡаҙ һатырға килергә теләк белдерҙе.
— Йыл да күпләп ҡаҙ бәпкәләре һатып алып үҫтерәбеҙ. Быйыл 52-не үҫтерҙек. Инде барыһын да һуйып, таҙартып, туңдырғысҡа һалып ҡуйҙым. Йәрминкә ойошторорға уйлап, бик яҡшы иткәндәр, сөнки кеше шәхси хужалығында ҡарап үҫтергәндең артҡанын һата аласаҡ. Минеңсә, был бик уңайлы, — тине Әлфиә Шафиҡ ҡыҙы.
Форсаттан файҙаланып ҡалығыҙ, хәстәрлекле һәм уңған хужа-хужабикәләр!
Читайте нас: