Бөтә яңылыҡтар
Уңғандар беҙҙең арала
9 Сентябрь 2019, 14:37

Матурлыҡҡа ғашиҡ, уңған ғаилә

Асҡын районының Солтанай ауылында йәшәүсе Земфира һәм Зөлфәт Хәлитовтар — матурлыҡҡа ғашиҡ, уңған, булдыҡлы ғаиләләрҙең береһе.

Хәлитовтарҙың ихатаһына барып инһәң, ундағы бөхтәлеккә, матурлыҡҡа хайран ҡалаһың. Иртә яҙҙан алып көҙгә тиклем береһенән-береһе матур сәскәләр күҙҙе иркәләй. Ниндәйҙәре генә юҡ уларҙың: ирис, тюлпан, нәркәс, гортензия, роза, лилиә, георгин һәм башҡалар. Күп йыллыҡтар менән бер рәттән бер йыллыҡ гөлдәр ҙә шау сәскәлә ултыра.
— Сәскәләр үҫтереү — иң яратҡан шөғөлөм. Уларҙы тәрбиәләп, уларға ҡарап йән тыныслығы, көс-дәрт алам. Йорт-тирәһен матурлыҡҡа күмеү, таҙа тотоу бер кешенең генә ҡулынан килмәй. Тормош иптәшем Зөлфәт вахта ысулы менән Екатеринбург ҡалаһында эшләй, ялға ҡайтҡанда ул ярҙам итә, — ти Земфира Фәрит ҡыҙы.
Был уңған ғаиләнең йорт-баҡсаһында ҡыуаҡтар, емеш ағастары ла шаулап үҫә. Алма, груша, сейә, слива, абрикос, муйылдың әллә нисә төрө мул уңыш бирә. Булдыҡлы хужабикә ҡулынан йәшелсәләр ҙә, баҡса еләге лә бик уңа.
Уңған кеше бар яҡлап та уңған була, тиҙәр. Хәлитовтар күпләп мал аҫрай, бал ҡорттары тота, ҡош-ҡорт та үрсетә. Земфира Фәрит ҡыҙы ҡул эшенә лә, аш-һыуға ла бик оҫта. “Йәйен гөлдәр үҫтерәм, баҡса ҡарайым, ә ҡышын ҡул эшенә тотонам. Бигерәк тә йөн эрләргә яратам. Элек балаларға бәйләһәм, хәҙер ейәндәремде ҡыуандырам”, — ти ул.
Әйткәндәй, Земфира һәм Зөлфәт Хәлитовтар өс балаға ғүмер биргән. Хәҙер бер ейән һәм ике ейәнсәрен һөйөп ҡыуана.
Читайте нас: