Бөтә яңылыҡтар
Уңғандар беҙҙең арала
9 Сентябрь 2019, 16:06

Матурлыҡҡа ғашиҡ Әнисә апай

Ҡашҡа ауылында йәшәүсе Әнисә Сәмиғуллинаны гөл-сәскәләр үҫтерергә оҫта гүзәл зат булараҡ беләләр.

Быйыл 60 йәшен тултырыусы Әнисә апай үҙе лә сәскәләр һымаҡ гүзәллек, матурлыҡ өләшә. Әйтерһең дә сәскәләрҙең нәфислеге үҙенә күскән!
— Бәләкәйҙән гөл-сәскәләрҙе яратам. 25 йылдан ашыуҙыр инде үҙем күпләп тәрбиәләп үҫтерәм. Орлоҡ та сәсәм, үҫентеләр ҙә һатып алам. Матур, үҙенсәлекле сәскә күрһәм, тыныс ҡына үтеп китә алмайым, һоҡланам, үҙемдә лә шундай матурлыҡты үҫтерергә кәрәк, тигән уй килә. Мин петуния, бәрхәт гөл, георгин, мультифлоралар яратам. Күп йыллыҡ гөлдәрем дә бар. Быйыл һары гортензиям шау сәскә атып, күҙ яуын алып торҙо. Бер нисә йыл элек розалар бик уңа ине, һуңғы ваҡытта бик шатландырмай.
Сәскәләрҙе лә бик ҡәҙерләп ҡарарға, тәрбиәләргә кәрәк. Ваҡытында сама менән һыу һибергә, ашлама менән туҡландырып тороу ҙа мөһим, — ти Әнисә апай.
Матурлыҡҡа ғашиҡ хужабикәнең донъяһы ла балҡып, нур сәсеп тора! Афарин, Әнисә апай!
Читайте нас: