Бөтә яңылыҡтар
Уңғандар беҙҙең арала
23 Август 2019, 19:04

Асҡын ауылынан Эльза Ғилуанова бәшмәкле урындарҙы белә

Йәй аҙағы-көҙ башы – бәшмәк йыйыу осоро. Тәжрибәле бәшмәкселәр һәр аяҙ көндө файҙа менән үткәрергә тырыша.

Асҡын ауылынан уңған хужабикә Эльза Ғилуанова тирә-яҡтағы бәшмәкле урындарҙы яҡшы белә. Ул әлеге ваҡытта был туҡлыҡлы ла, тәмле лә ризыҡты йыйыу һәм уларҙы маринадлау, тоҙлау менән мәшғүл. “Бәшмәкте йыйырға ла, унан төрлө ризыҡтар әҙерләргә лә бик яратам. Йыш йөрөгәс, бәшмәкле урындарҙы беләм, төрлөһөнән йыям”, — ти ул.
Әйткәндәй...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика урмандарында бәшмәккә китеп юғалыусылар һаны көндән-көн арта. Урманда аҙашмаҫ өсөн ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк.
1. Урманға барғансы маршрутығыҙҙы яҡшылап планлаштырығыҙ.
2. Туғандарығыҙға ҡайҙа барыуығыҙ һәм күпме ваҡыт йөрөргә иҫәпләүегеҙ тураһында әйтеп ҡуйығыҙ.
3. Кеҫә телефонының зарядкаһын тикшерегеҙ.
4. Урманда йөрөргә уңайлы өҫ, аяҡ кейеменән тыш, аҙыраҡ ризыҡ, һыу алырға онотмағыҙ. Йыш ҡуллана торған дарыуығыҙҙы ла кеҫәгеҙгә һалығыҙ. Һауа торошоноң ниндәй булаһын да белешегеҙ.
5. Таныш булмаған урындарға белгән кеше менән генә барығыҙ.
6. Асыҡ төҫтәге, йыраҡтан күренеп торорлоҡ кейем кейегеҙ.
7. Бөтөнләй таныш булмаған урманға юл тотҡанда үҙегеҙ менән карта һәм компас алығыҙ. Компас ҡулланмай ғына көньяҡты асыҡлау ысулы ла бар.
8. Урманға ингәнсе яҡ-яғығыҙҙа ниҙәр барлығын иҫтә ҡалдырығыҙ: юл ҡайҙа, йылға, ҡояш ҡайһы яҡта. Урманда ла ваҡыты-ваҡыты менән ғәҙәти булмаған формалағы ағастарҙы, соҡорҙарҙы иҫтә ҡалдырып барығыҙ.
9. Урманда аҙашһағыҙ, ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенең берҙәм 112 номерына кеҫә телефонынан шылтыратығыҙ.
Читайте нас: