Бөтә яңылыҡтар
Уңғандар беҙҙең арала
15 Август 2019, 12:32

Бал ҡорттарылай уңғандар Борай районынан Сәлүә менән Рәзәүи Бикташевтар

Районыбыҙҙа умартасылыҡ төп шөғөлдәрҙән иҫәпләнә. Нескә билдәрҙе яҡын итеүселәр уларҙы шәхси ихаталағы баҡсаларында үрсетеп, татлы ризығын ашап ҡыуана. Ҡузбай ауылында ла бындай уңған ғаиләләр байтаҡ.

Сәлүә менән Рәзәүи Бикташевтар шундайҙарҙың береһе. Татыу ғаилә үҙ көстәре менән бик матур йорт һалып, аҙбар-ҡураһын да төҙөп сыҡҡан.
Бал ҡорттары ҡарауҙың нескәлектәрен ауылыбыҙҙың өлкән умартасыһы, оло хөрмәткә эйә Зөфәр ағай Ғариповтан өйрәндек. Уның ярҙамы һәм файҙалы кәңәштәре менән баҡсабыҙҙы умарталар менән тултырып киләбеҙ инде. Татлы ризыҡ йыйыусыларға уңайлы шарттар тыуҙырырға тырышабыҙ. Был эштә кәрәкле хеҙмәт ҡоралдарын булдырҙыҡ, — ти хәстәрлекле хужа.
Рәзәүи Вәсиғәт улы әлеге ваҡытта ситтә эшләп йөрөй. Ҡыҫҡа ғына ял көндәрендә ҙур эштәр башҡарып китә. Әле күптән түгел умарта баҙы төҙөгән. Үҙе инде хеҙмәт ветераны, “Рәсәйҙең маҡтаулы нефтсеһе” исемен йөрөтә.
Йорт хужабикәһе Сәлүә Әнғәм ҡыҙы Ҡузбай мәктәбендә оҙаҡ йылдар пионервожатый булды. Элекке уҡытыусы бөгөн дә йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Әле ул һайлау комиссияһы ағзаһы.
Был татыу ғаиләлә матур тәрбиә алып, инде үҙ тормоштарын ҡорған ҡыҙҙары Юлиә менән Гүзәл, тормош иптәштәре, балалары менән ата-әсәһенә көндәлек мәшәҡәттәрҙә ярҙамлашырға ҡайта.
Йорт ерҙәрен төҙөк тотоп, күҙ яуын алырлыҡ сәскәләр үҫтереп, мал-тыуар, ҡош-ҡорт һәм бал ҡорттары ла ҡараған был уңған ғаиләгә һоҡланмау мөмкин түгел.
Рәүеф Шаматов.
Читайте нас: