Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

“Баллы сәй эсергә килегеҙ, дуҫтар, Йәйен мин — умартасы!” — ти Балтастан Гөлшат апай Ихсанова

Балтас районы Тушҡыр ауылында йәшәүсе шиғри күңелле, йор һүҙле, йыр-моң яратҡан, матурлыҡҡа ғашиҡ булған мәғариф ветераны Гөлшат Ғәйнелйән ҡыҙы Ихсанова әүҙемлеге менән һоҡландырып ҡына тора.

Йәйҙең һәр көнөн файҙалы итеп үткәрергә өйрәнгән Гөлшат апай социаль селтәрҙәрҙә лә матур сәхифәләр алып бара. Күптән түгел генә умарталығында ейәне менән бал ҡорттары һымаҡ “мәж” килеп эшләгәндәрен дә фотоға төшөрөп һалып ҡуйғайны.
Йырлайым, бейейем, шиғыр яҙам,
Ә үҙем — уҡытыусы!
Баллы сәй эсергә килегеҙ, дуҫтар,
Йәйен мин — умартасы!
тип шиғыр ҙа яҙып ҡуйған ул. Афарин, Гөлшат апай! Артабан да шулай һәр атҡан таңға ҡыуанып, көс-ҡеүәтегеҙ менән йәштәрҙе лә илһамландырып, дәртләндереп, тормошто йәмләп йәшәгеҙ!
Читайте нас: