Йәнтөйәк
+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Борай ауылы почта бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре халыҡ өсөн тырышып эшләй

Хәҙерге гаджеттар заманында почта хеҙмәтенән ҡулланыусылар бармы икән, ти бер көндө танышым. Аптырап киттем. Нисек инде булмаһын? Бар. Нисегерәк бар әле. Һүҙемде иҫбатлап, Борай почтамтының Борай ауылы бүлексәһенә юл тоттом.

Бирелә барлығы 21 кеше эшләй, шуларҙың 15-е — хат ташыусылар. Улар менән Гөлназ Ғәлиева етәкселек итә. Гөлназ Рәзәғитдин ҡыҙының был өлкәлә эшләүенә 17 йыл, һуңғы өс йылы бүлексә начальнигы вазифаһында. Шуға уны эшен биш бармағылай белә, тип һис кенә лә шикләнмәйенсә әйтеп була. Баштараҡ ситтән генә күҙәтеп торҙом. Барлыҡ түләүҙәрҙе лә Интернет аша башҡарырға өйрәнеп бөттөк инде, тип дәлилдәр килтергән танышымдың һүҙҙәрен инҡар иткәндәй, касса алдына шаҡтай ғына кеше баҫҡан. Ҡулдарында теге йәки был түләү өсөн квитанцияларын тотҡандар. Уларҙың күбеһе — өлкән быуын вәкилдәре. Касса артында ултырған ҡыҙҙар һәр кемгә асыҡ йөҙ, яғымлы тауыш менән өндәшә, үҙҙәре эштәрен етеҙ башҡара. Уларға рәхмәттәрен әйтеп сығып барыусыларҙың йөҙөндә ҡәнәғәтлек сағылып тора. Әйе, операторҙар Раушания Арысланова, Гөлнара Вәлиева, Земфира Мөғәллимова, Алһыу Бикташеваның эшенә һүҙ тейҙерерлек түгел. Улар инде тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр булып өлгөргән. Начальник урынбаҫары булып эшләгән Эльвира Шарыгинаның хеҙмәтенән дә ҡәнәғәт почтамт етәкселеге.
Почта бүлексәһенең төп хеҙмәте — кешегә ваҡытлы матбуғат таратыу. Был ғүмер-ғүмергә шулай булған. Борай ауылында йәшәүсе гәзит-журнал уҡыусыларға баҫмалар ваҡытында барып етеүен 15 почтальон башҡара. Улар ҙа бирелә байтаҡ йылдар эшләгән, һәр кеше менән уртаҡ тел таба белгән шәхестәр. Көндөң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, иңдәренә ҙур сумкаларын асып, ауыл урамдарын көнөнә нисә тапҡыр урайҙарҙыр? Эш шарттары, эш хаҡы маҡтанырлыҡ булмаһа ла, һәр кем ҡушылғанды ҙур яуаплылыҡ һәм намыҫ менән башҡара. Баҫмаларға ла ваҡытында яҙҙырып, планды үтәргә тырышалар. “Беҙ бит кешеләрҙе донъя яңылыҡтары менән таныштырабыҙ”, — тип йылмайҙы осрашыу ваҡытында үҙҙәре.
Бүлексә гәзит-журналдар таратыуҙан тыш йәнә бик күп функциялар башҡара: төрлө дәрәжәләге түләүҙәрҙе ҡабул итә, ваҡлап һатыу ҙа бар, почта хеҙмәттәре (заказлы хаттар, посылкалар, бандерольдәр таратыу һәм башҡалар). Эштәре күп, әммә һөҙөмтәләре лә бар.
— Беҙҙең эштә иң мөһиме клиенттарҙың хеҙмәтебеҙҙән риза булыуы, — ти Гөлназ Рәзәғитдин ҡыҙы. — Шуға һәр ҡайһыбыҙ үҙ бурысын еренә еткереп, ихлас башҡара, заман менән бергә атларға тырыша.
Афарин, шулай булғанда ғына эшеңдән йәм табаһың, күңелеңдә тыныслыҡ тояһың.
Читайте нас: