Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Хөрмәт хеҙмәттә яулана

Ҡариҙел районыҠараярҙа йәшәүсе Әнфисә Сәйетғәлиева лайыҡлы тормош юлы үткән

Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл уңайынан миҙал менән бүләкләнеүселәр араһында Ҡараяр ауылынан Әнфисә Сәйетғәлиева ла бар. Ауылдаштары уны асыҡ, изге күңелле кеше, хәстәрлекле, оло йөрәкле әсәй, өләсәй булараҡ белә һәм хөрмәт итә.
Әнфисә Хәнәфи ҡыҙы Ҡараяр мәктәбен тамамлағандан һуң балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эш башлай. Ситтән тороп педагогия училищеһын тамамлай. Ғүмеренең 28 йылын ул балалар тәрбиәләүгә бағышлай. Башта тәрбиәсе, аҙаҡ балалар баҡсаһы етәксеһе булып эшләй. Ата-әсәләрҙең дә, хеҙмәттәштәренең дә хөрмәтен яулаған Әнфисә Хәнәфи ҡыҙы эшенә һәр ваҡыт бар тырышлығын, күңел йылыһын һала. Ауылдың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша ул: партия ойошмаһы секретары итеп һайлана, ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләй, ауыл Советы депутаты, участка һайлау комиссияһы рәйесе вазифаларын башҡара.
Әнфисә Хәнәфи ҡыҙы матур йырлай. Йыр-моңға һәләте уны 1998 йылда мәҙәниәт йортона алып килә. Ул шулай Ҡараяр мәҙәниәт йорто директоры булып китә.
Әнфисә Сәйетғәлиева кеүек һәләтле ойоштороусылар тырышлығы менән районда концерттар, спектаклдәр, ял кисәләре һәм башҡа саралар юғары кимәлдә үтә. Уның хеҙмәте район етәкселеге тарафынан лайыҡлы баһаланған. Әнфисә Хәнәфи ҡыҙы “Уңыштарҙы таныу” сертификатына эйә. Ҡараяр мәҙәниәт йорто ике тапҡыр “Иң яҡшы ауыл мәҙәниәт йорто” конкурсында еңеү яуланы, Яңы йылға биләмәне әҙерләү буйынса бер нисә ҡабат I урын алды.
Эшендәге уңыштары өсөн Почет грамоталары менән бүләкләнә, “Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы” исеменә лайыҡ булған.
2017 йылдан Әнфисә Хәнәфи ҡыҙы хаҡлы ялда, уның дөйөм эш стажы 45 йылдан артыҡ. Шуға ла уның район һабантуйында Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йылды байрам итеү уңайынан миҙал менән бүләкләнеүе осраҡлы түгел.
Әнфисә Хәнәфи ҡыҙы тормош иптәше Геннадий Исламғәли улы менән 43 йыл татыу ғүмер итә. Өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Балалары тормошта үҙ юлын табып, матур ғаилә ҡорған. Оло улдары Вадим ғаиләһе менән Нижневартовск ҡалаһында йәшәй һәм эшләй, өс ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Лариса тормош иптәше менән Тольяттиҙа йәшәй, ике ул һәм ҡыҙ үҫтерә. Төпсөктәре Руслан тормош иптәше Гөлшат менән Өфөлә төпләнгән.
Әнфисә һәм Геннадий Сәйетғәлиевтар – ауылда абруйлы ғаилә. Ғаилә башлығы ваҡытында капитан-механик булып эшләгән, хәҙер хаҡлы ялда. Әнфисә Хәнәфи ҡыҙы ҡунаҡсыл хужабикә, ҡул эше оҫтаһы, матурлыҡ ярата. Йәйен уларҙың ихатаһы гөл-сәскәгә күмелә. Был тырыш, өлгөлө ғаиләгә тик уңыштар, балалар шатлығы ғына теләге килә.
Читайте нас: