#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Раздолье ауылында социаль әһәмиәттәге объект — “Ферма” кафе-магазины асылды. Ул үҙ эсенә кафены, магазинды һәм йәмғиәт эшсәндәре, ауыл халҡы өсөн 38 урынлыҡ ҡунаҡхананы ала.
Асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министры урынбаҫары Юрий Лысов, “Россельхозбанк” йәмғиәтенең Башҡортостандағы филиалы директоры урынбаҫары Роберт Биктимеров, район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары Нәфис Гәрәев, Рәфис Дәүлиев, “Зуевка” һәм “Ферма” партнерҙары, республиканың 15 районынан сәнәғәтселәр һәм фермерҙар, башҡа рәсми ҡунаҡтар ҡатнашты.
— Бөгөн иҫтәлекле көн — йәмғиәттең Раздолье бүлексәһендә ҙур ремонт эштәренән һуң бина яңынан файҙаланыуға тапшырылды, — тине үҙ сығышында ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Нәфис Гәрәев. — Альберт Мөхәмәтйәров уңышлы эшләүсе инвестор, ул килгәндән һуң был предприятие яңы көс менән эш башланы. Бирелә игенселеккә һәм малсылыҡҡа заманса технологиялар индереүгә ҙур иғтибар бирелә. Ауыл хужалығы техникаһының ҙур паркы тупланды. Яңы объекттар төҙөлә. Бөгөнгө сара быға асыҡ миҫал. Кафе-магазин, ҡунаҡхана ауылды һәм “Зуевка” йәмғиәтен артабан үҫтереү маҡсатында төҙөлдө.
Н. Гәрәев райондың ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Альберт Мөхәмәтйәровҡа район хакимиәтенең Почет грамотаһын тапшырҙы. Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министры урынбаҫары Юрий Лысов үҙ сығышында “Зуевка” йәмғиәтенең республикала үҫемлекселек һәм малсылыҡты үҫтереүҙә лайыҡлы урын алып тороуын, үҙ продукцияһының сифат мәсьәләләренә яуаплы ҡарау өлгөһө булыуын билдәләне. Юрий Александрович инвесторға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы — ауыл хужалығы министры И. Фәзрахмановтың Ҡотлау хатын тапшырҙы. Унда, яңы етештереү урыны асыу предприятие үҫешенә этәргес бирәсәк, сеймал ғына түгел, әҙер продукция һатырға, яҡшы хеҙмәт шарттары менән эш урындары асырға мөмкинлек бирәсәк, тиелә.
Ҡыҙыл таҫманы киҫеү хоҡуғы А. Мөхәмәтйәровҡа, Н. Гәрәевҡа һәм Ю. Лысовҡа бирелде. Артабан Альберт Радик улы бина буйлап экскурсия ойошторҙо. Магазин кәштәләрендә бары тик сифатлы, тәбиғи ризыҡтар ғына буласаҡ, хаҡтары ла ҡиммәт түгел. Яңы һуйылған мал ите, үҙҙәре етештергән фарш һәм башҡа ярым фабрикаттар йәмғиәт ағзаларының ғорурлығы тиергә була. 28 урынлыҡ кафе тәмле, туҡлыҡлы һәм күп төрлө аштар тәҡдим итә. Бында барыһы ла уңайлы, ял итеү өсөн бына тигән урын.
Шул уҡ бинала эшсәндәр өсөн 38 урынлыҡ ятаҡ урынлашҡан. Унда барлыҡ кәрәкле мебеле булған иркен, яҡты бүлмәләр, ял итеү, көнкүреш бүлмәләре, душ та бар.
Был көндө байрам фуршеты ойошторолдо. Ҡунаҡтар урындағы, экологик яҡтан таҙа продукттарҙан ашнаҡсылар әҙерләгән ризыҡтарҙы тәмләп ҡараны. Шулай уҡ партнерҙар өсөн “Зуевка” йәмғиәте буйлап экскурсия ойошторолдо, ҡунаҡтар фермала, фидлотта, ҡатнаш аҙыҡ цехында, мал һуйыу һәм ит эшкәртеү участкаларында булды. Улар күргәндәренән бик ҡәнәғәт ҡалды һәм етәксегә ҡунаҡсыллыҡ, уңышлы хеҙмәт өсөн рәхмәт әйтте. Заман менән бергә атлаған йәмғиәттә өлгө алырлыҡ һәм өйрәнерлек нәмәләр күп, тигән фекерҙә таралыштылар.
Инвестиция проекты “Зуевка” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте базаһында 2015 йылда эшләй башлай. Унда райондың көрсөккә терәлгән өс ауыл хужалығы предприятиеһының милкен берләштереү һөҙөмтәһендә етештереү эшмәкәрлеге ойошторола. Бөгөн был тотороҡло үҫешкән йәмғиәт. Һуңғы ике йылда ғына инвестор 100 миллиондан ашыу һумға 45 берәмектән артыҡ төрлө техника һатып ала. Раздолье ауылында таҙартыу машиналары менән, етештереү ҡеүәте сәғәтенә 20 тоннаға яҡын булған иген киптергес һатып алына, иген склады ремонтлана. Малдар өсөн заманса, юғары технологиялы асыҡ һимертеү майҙансығы — фидлот төҙөлә, мал һуйыу цехы асыла.