Бөтә яңылыҡтар
Уңғандар беҙҙең арала
18 Апрель 2019, 11:25

Борай бәшмәге өлгөрҙө. Һатып алыусылар хатта сират тора

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #ВладимирПутин
Заман тәүәккәлдәрҙе ярата. Тап шундай сифаттарға эйә булғандар ғына маҡсатына өлгәшә, уңыш ҡаҙана.
Юридик белем алған Альберт Арыҫлановтың һайлаған һөнәрен ҡалдырып, ауыл хужалығында эшкә тотоноуына ғәжәпләнгәндәр аҙ булмай, әлбиттә. Берәүҙәр, эшләп ҡарар ҙа ташлар әле, еңел булһа, бүтәндәр ҙә ергә йә¬бешеп ятыр ине, тип икеләнеүен бел¬дерһә, икенселәр егеттең теләген хуплай.
Тәүҙә бөтмөр уҙаман теплицала ҡыяр, помидор үҫтерә. Ә бер аҙҙан хеҙ¬мәтенең һөҙөмтәһен күргән уңған егет ҡарама бәшмәге үрсетеү менән ҡыҙыҡ¬һы¬на башлай, сөнки бының менән шө¬ғөлләнгәндәр республикала күп түгел. Тап шуға ла сауҙа нөктәләрендә уға ихтыяж ҙур. Альберт тәүҙә был эштең үҙенсәлеген ентекле өйрәнә, махсус китаптар уҡый, Һамарҙа, Мәскәүҙә курстарҙа белемен камиллаштыра.
Беҙ барғанда теплицала ҡыҙыу мәл ине. Япмалар заман технологияларын ҡулланып йыһазландырылған. Бөтмөр етәксе бәшмәк орлоғо ми¬це¬лийҙы сәсеү өсөн компост – субстрат яһаған машина алып ултыртҡан. Һәр береһе шаҡтай ҙур майҙанды би¬ләгән биш камера-бүлмәлә полиэтилен тоҡтар теҙелеп киткән. Уларға һа¬лам, көнбағыш ҡабығы, мицелий тул¬тырылған. Киҫектәрҙән 15-16 көн¬дә бәшмәктәр хасил була. Унан теп¬ли¬цаның икенсе бүлегенә күсерәләр.
Бәшмәктәрҙең өлгөрөүе өсөн бында тейешле шарттар булдырылған. Эш компьютер аша алып барыла. Төрлө ҡорамалдар менән йыһазлан¬дырылған биналар зәңгәр яғыулыҡ менән йылытыла, электр уты һәм һыу үткәрелгән. Һауаның дымлылығы һәм йылылыҡ режимы ла контролдә тотола.
Әйткәндәй, бәшмәкте файҙаһы һәм туҡлыҡлығы өсөн иткә тиңләйҙәр. Биге¬рәк тә ҡарама бәшмәктәре аҙ калориялы, диетик аҙыҡ булараҡ ҡулланыла. Ул кеше организмына кәрәкле витаминдар һәм файҙалы матдәләргә бай. Бәшмәкте әҙерләүе лә еңел.
Хужалыҡта ете кеше эш менән мәш¬ғүл. Александр Иванов менән Алексей Шаликов яңы ғына йыйып алынған бәшмәктәрҙе таҙалап, йәш¬никтәргә тултыра. Үҙ бурысын ихлас башҡарған Александр – Мишкә районынан, бында дүртенсе йыл эшләй. Баҡтиһәң, ситтән килгәндәргә ваҡыт¬лыса йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырылған.
Бер тоҡтан өс-дүрт килограмға тиклем уңыш алына. Бөгөн хужалыҡта тәүлегенә 400 килограмм самаһы бәшмәк йыйыла. Уны ҡайҙа һатырға икән тип баш ватмай Альберт. Күмәртәләп һатып алыусылар хатта сират тора.
Тәжрибәле эшҡыуарҙы бөгөн республикала яҡшы беләләр. Егетте төрлө сараларҙа йыш күрергә мөмкин. Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре күргәҙмәһендә лә уның шөғөлө менән күптәр ҡыҙыҡһынды, кәңәш һораны. Тармаҡ етәкселеге иһә Арыҫлановты диплом һәм көмөш миҙал менән бүләкләне.
Хәҙер Альберт үҙенең тәжрибәһен яҡташтары менән дә уртаҡлаша. 2017 йылда “Башҡортостан бәшмәге” тигән кооператив ойоштороп, унда шәхси хужалыҡтарҙы ла йәлеп итә, уларға үҫтерелгән продукцияны халыҡҡа еткерергә ярҙамлаша.
Венер ИСХАҠОВ.
Читайте нас: