Бөтә яңылыҡтар
Уңғандар беҙҙең арала
16 Ғинуар 2019, 16:43

"Кәзә аҫрау отошло", — ти Мишкә районында йәшәүсе Зилә һәм Миңлехан Заһитовтар

Янағош ауылында йәшәүсе Зилә һәм Миңлехан Заһитовтар бик күп йылдар кәзә тотоп, һөтөнән төрлө ашамлыҡ етештерә. Районыбыҙҙа ғына түгел, яҡын тирәләге башҡа райондарҙа ла үҙ итеп көтөп алалар һөт ризыҡтарын.
Миңлехан Заһитов Янағошта тыуып, ауыл эшенең бар ауырлығын да үҙ иңендә татып үҫкән эшсән, үҙ көсө менән ҙур өй, кәртә-ҡураһын бер нисә йылда күтәреп сыҡҡан ир-уҙаман ул. Учалы һылыуы Зилә Мөхәмәт ҡыҙы менән татыу, күркәм ғаилә ҡоралар. Уларҙың йорто әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә саҡырып тора. Ихата матур итеп йыйыштырылған, иркен. Йорт ҙур, заманса уңайлыҡтар бар.
Заһитовтарҙың ихатаһындағы ҙур аҙбар ҙа иркенлеге, таҙалығы менән күңелде арбай. Кәзә мекерҙәгән, бәрәс тызылдаған, керт-керт бесән көйшәгән тауыш беҙҙе серле лә, мауыҡтырғыс та донъяға алып китә кеүек.
Тиҫтә йылдан ашыу тырыш ғаилә кәзә үрсетеп, һөт аҙығы етештерә. Ә үткән 2018 йыл Зилә һәм Миңлехан Заһитовтар өсөн бигерәк тә уңышлы булды, сөнки улар үҙҙәренең был шөғөлөн законлаштырып, крәҫтиән (фермер) хужалығын аҫты. Хужалыҡта 30 кәзә бар, шуларҙың уныһы — һауым кәзәһе. Бәрәсләргә торғандары ла байтаҡ. Ә бит шул тиклем мал, шундай хужалыҡ бер көндә генә барлыҡҡа килмәгән. Көндө төнгә, аҙнаны айға, йылды-йылға бәйләп, тырышып тир түккәндән йыйылған мал ул. Ҡасандыр ауыл оҫтабикәһе Тәнзилә Тимерхан ҡыҙы Заһитованан үҙҙәре өсөн кәзә һатып алған булғандар. Һөтө, ите файҙалы, ҡарауға бик талапсан түгел, үрсеүсән, төрлө ауырыуҙарға ла тиҙ бирешеп бармай шул кәзә малы. Зилә Мөхәмәт ҡыҙы кәзә һөтөнән тәүҙә ҡымыҙ бешеүҙе хуп күрә. Артабан ҡаймаҡ, ҡорот, ҡатыҡ, эремсек, ҡыҙыл эремсек, һары май, аҡ май кеүек ризыҡтарҙы ла етештерә башлай. Һуңғы йылдарҙа ҡуйыртылған һөт (сгущенка), туңдырма, брынза ла эшләргә өйрәнеп ала. Мал ишәйгәс, әлбиттә, һөтө лә күбәйә, ауыл халҡына ғына түгел, райондаштарына һәм күрше райондар халҡына ла үҙ продукцияларын тәҡдим итәләр. Халыҡ бик риза булып һатып ала, сөнки тәбиғи яҡтан таҙа, шифалы аҙыҡ бөгөн һәр кемгә кәрәк.
— Мин бәләкәй саҡта, өләсәйем Гөлзаһира Ғәлимова бешергән бөтә аштарҙы ла яратып ашай инем, элекке замандағы ҙур суйын табаларҙа ҡыҙыу мейес эсенән сыҡҡан бәлештәренең, икмәктәренең, бауырһаҡтарының һаман да тәмен тоям кеүек. Аласыҡта өләсәйемдең ҙур ҡаҙанда эркет ҡайнатыуы һаман да күҙ алдымда. Әсәйем Шәмсиә Ғайфулла ҡыҙы ла аш-һыуға оҫта кеше ине. Ҡорот ҡойоу, ҡаймаҡ айыртыу, май яҙыу, сейә менән һары май ҡатырыу – барыһын да уларҙан өйрәндем, – ти Зилә Мөхәмәт ҡыҙы.
Кәзәне йәй көндәре көтөүлеккә сығаралар, ейәндәре Дима һәм Данила алмаш-тилмәш Миңлехан олаталарына кәзә көтөргә ярҙам итә. "Бик эшлекле, уңған минең ейәндәрем. Кәзә көтөүе еңел эш түгел, беләм, шулай ҙа бер ҡасан да кире ҡаҡҡандары юҡ, һәр ваҡытта ла ышаныслы ярҙамсыларым улар”, – ти шатланып Миңлехан ағай. Дима менән Данила йорт эсендә лә ярҙамлаша, береһе IV класта, икенсеһе VII-селә белем ала. Уҡыуҙа ла һынатмайҙар, яҡшы билдәләргә өлгәшәләр.
“Кәзә бик таҙа мал, ашағаны – үләндең япрағы, эскәне – тик таҙа һыу” тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр, ысынлап та, шулай. Кәзә тотоу өсөн бесәндең дә иң сифатлыһы кәрәк. Заһитовтар ғаиләһе бесәнде һатып алырға ҡарар итә, сөнки йәйҙең һәр минуты ҡәҙерле, башҡа төрлө эштәрҙән арыныуы ауыр. Мал тотоусыға фураж, тоҙ кеүек алмаштырғыһыҙ ваҡ-төйәгенә лә аҡса байтаҡ түгелә. Ғаилә дәүләт ярҙамы ла ала. Был аҡсаға һауым кәзәләре һатып алалар.
Йүнсел ғаилә кәзә малынан тыш тағы ла ҡаҙ, индоутка, күркә ҡарай. Ҡуян үрсетергә лә иҫәп тоталар. Йәй баҡсала үҫтергән йәшелсә-емештәрҙән төрлө салаттар, ҡайнатмалар әҙерләп тә өлгөрәләр. Ҡаҡланған, ыҫланған, тоҙланған ҡаҙ ҙа әҙерләп һатыуға сығаралар. Дөйөм әйткәндә, тырышҡан кеше барыһын да булдыра. Бөгөн егәрле ауылдаштарыбыҙ күптәргә етеш һәм бәхетле йәшәү өлгөһө булып тора.
Таңсулпан Бикбулатова.
Читайте нас: