Өфө ҡалаһының Киров районы суды тарафынан Асҡын районы прокурорының Башҡортостан Республикаһы Юл хужалығы идаралығы дәүләт ҡазна учреждениеһына юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өлкәһендә етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү һәм Башҡортостан Республикаһы Асҡын районы территорияһындағы төбәк билдәләнешендәге автомобиль юлдарында маршрут автобустары туҡталыштарында һәм йәйәүлеләр сығыу урындарында яҡтыртҡыстар урынлаштырыуҙы йөкләтеү тураһында талаптары ҡәнәғәтләндерелде.
Элегерәк сығарылған күрһәтмә нәтижәләре буйынса етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса етерлек саралар күрелмәгән булған.
Әлеге ваҡытта БР Асҡын районы асҡын ауылы аша үтеүсе автомобиль юлдары участкаһын яҡтыртыу буйынса эштәр ойошторолдо.
Роберт Раимов, Асҡын районы прокуроры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.