Йәнтөйәк
-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Закон һәм тәртип
8 Сентябрь 2023, 12:05

Дарыуҙар әйләнеше күҙәтеүҙә

Етешһеҙлектәр бөтөрөлөргә тейеш.

Дарыуҙар әйләнеше күҙәтеүҙә
Дарыуҙар әйләнеше күҙәтеүҙә

 

Район прокуратураһы “Асҡын үҙәк район дауаханаһы” дәүләт бюджет һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы эшмәкәрлегендә дарыуҙар әйләнеше тураһында мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн тикшерҙе.

Тикшереү барышында асыҡланыуынса, 2023 йылдың ғинуарынан июленә тиклем һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы тарафынан 19 меңдән артыҡ препарат медицинала ҡулланыу өсөн тапшырылыу юлы менән әйләнештән сығарылған.

Тикшереүҙе үткәреү осоронда, ФГИС МДЛП реестрына ярашлы, учреждение балансында ни бары 70 берәмек дарыу препараты иҫәпләнә.

Әммә, тикшереү башланыуға медицина учреждениеһы складында барлығы 288 мең һумдан артыҡ суммаға 1069 берәмек препарат һаҡлана.

Наркотик матдәле препараттар һаҡлау сейфында 385 берәмек дарыу препараты бар.

Дарыу препараттарын юҡ итеү акты менән алты берәмек дарыу ҡулланыу ваҡыты сығыу сәбәпле, юҡҡа сығарылған.

Әммә ФГИС МДЛП реестрына ярашлы, билдәләп үтелгән дарыу препараттары медицинала ҡулланыуҙан сығарылған, был юҡ итеү тураһындағы актҡа ҡаршы килә.

Асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү маҡсатында район прокуратураһы тарафынан Асҡын үҙәк район дауаханаһының баш табибы исеменә бирелгән күрһәтмә әле ҡаралыу дәрәжәһендә.

Роберт Раимов, Асҡын районы прокуроры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.

Автор:
Читайте нас: