Бөтә яңылыҡтар
Закон һәм тәртип
1 Июнь 2022, 23:45

Балаларға күңелле байрам бүләк иттеләр

 Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Әмир ауылында балалар спорт майҙансығын тантаналы асыу айҡанлы район ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары ҙур байрам ойошторҙо

Балаларға күңелле байрам бүләк иттеләр
Балаларға күңелле байрам бүләк иттеләр

Ҡунаҡтарҙы мәҙәни саралар ойоштороусы Алия Ҡорбанова менән мәғариф  ветераны Әлфирә Исмәғилева йола буйынса сәк-сәк һәм ҡымыҙ менән ҡаршы алды.  Ҡыҙыл таҫманы киҫкәндән һуң ҡунаҡтар, балалар, ауыл  халҡы күптән көтөлгән майҙансыҡ эсенә үтте.

Ҡашҡа ауыл биләмәһе башлығы Ринат Ғәләүетдинов балаларҙы һәм ата-әсәләрҙе байрам менән ихлас тәбрикләп, имен тормош,  бәхетле баласаҡ теләне һәм спорт майҙансығын тормошҡа ашырыуҙа, уны кәртәләп алыуҙа ҙур өлөш индергәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, Ҡашҡа ауыл биләмәһе хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Район Советы секретары, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рима Нәбиуллина ла байрам айҡанлы изге теләктәрен еткерҙе. Рима Шамил ҡыҙы балалар майҙансығын кәртәләүҙә ҙур тырышлыҡ һалған ауыл депутаты Илсур Нартдинов һәм уның улы  Илфирға  Рәхмәт хаты һәм бүләк тапшырҙы. Шулай уҡ ауылдың иң оло кешеһе Зәйтүнә апай Ризуанованы,  иң кесе кешеһе Азалия Әхмәтованы, аҡһаҡал Фәрзәт ағай Ваһаповты,  11-се класты тамамлаусы Динара Сибәғәтуллинаны, улын армия сафына оҙатасаҡ Фидания Зәйнетдинованы ла бүләкләне.

Ҡотлауҙарға ауыл аҡһаҡалы Фәрзәт ағай Ваһапов,  район гәзиттәре мөхәррире, Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы Юнысова ла ҡушылды. Ауыл мәҙәниәт йортоноң “Төй буйҙары” вокаль коллективының моңло йырҙары, балаларҙың матур шиғырҙары, район ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаларының музыкаль күстәнәстәренән һуң сараның иң күңелле өлөшө — балалар һәм ололар ҡатнашлығында халыҡ уйындары башланды.

Илһөйәр Махатова.

Балаларға күңелле байрам бүләк иттеләр
Балаларға күңелле байрам бүләк иттеләр
Балаларға күңелле байрам бүләк иттеләр
Балаларға күңелле байрам бүләк иттеләр
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: