Бөтә яңылыҡтар
Закон һәм тәртип
2 Апрель 2022, 11:15

Байҡы ауылы йәштәре – беренсе!

Көлкө көнө Ҡариҙел ауылында йәштәр араһында КВН уйындары финалы менән тамаланды.

Байҡы ауылы йәштәре – беренсе!
Байҡы ауылы йәштәре – беренсе!

 

 

Сарала Байҡы, Яңы Бәрҙәш, Кирҙә, Ҡариҙел, Әртәкүл, Байҡыбаш ауылдары командалары үҙҙәрен тапҡырлыҡта, отҡорлоҡта, шаянлыҡта, зыялылыҡта күрһәтте.

Төрлө бәйгеләр менән үрелеп барған тамаша бөгөнгө йәштәребеҙҙең КВН уйындарының талаптарын белеүе, уларҙың төплө әҙерлеген, һәләтен, талантын, мәрәкәлеген тағы бер иҫбат итте. Командаларҙың ҡайһы берҙәре бай тәжрибә йыйған булһа, берәүҙәре саҡ сәхнәгә сығырға йөрьәт иткән. Компетентлы жюри ағзалары уларҙы “Визит карточкаһы”, “Биатлон”, “Өй эше” конкурстары буйынса тейешле баһа бирә барҙы.

Уйын һөҙөмтәләре буйынса беренселекте Байҡы ауылы йәштәре алды.

Икенсе урынды Әртәкүл, өсөнсөнө Яңы Бәрҙәш ауылы командалары яуланы.

Тамашасылар үҙҙәренең ауылдары өсөн көйөп-янып ултырҙы. Улар араһында район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин, уның урынбаҫары Рәмил Вәлинуров, мәҙәниәт бүлеге мөдире Руслан Булатов, Ҡариҙел ауылы хакимиәте башлығы Руслан Ильясов та булды, һәм сараның мәртәбәһен тағы ла арттырҙы.

Гөлнара Солтанова.

Байҡы ауылы йәштәре – беренсе!
Байҡы ауылы йәштәре – беренсе!
Байҡы ауылы йәштәре – беренсе!
Байҡы ауылы йәштәре – беренсе!
Читайте нас: