Бөтә яңылыҡтар
Закон һәм тәртип
27 Ғинуар 2022, 16:35

Асҡын 2-се урта мәктәбендә

“Блокада икмәге” республика акцияһы сиктәрендә дәрестәр үтте

Асҡын 2-се урта мәктәбендә
Асҡын 2-се урта мәктәбендә

Ленинград блокадаһын өҙөүгә арналған иҫтәлекле көнгә бағышлап, балаларға патриотик тәрбиә биреү маҡсатында “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә үткән “Блокада икмәге” республика акцияһына район мәктәптәре әүҙем ҡушылды.

Асҡын 2-се урта мәктәбендә лә был иҫтәлекле датаға арналған фәһемле саралар үтте. Балалар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарының ауырлығы, балаларҙың ололар менән бер рәттән төрлө эш башҡарыуы, Ленинград блокадаһы тураһында күп нәмә белде, икмәктең ҡәҙерен белергә өйрәнде.

  Илһөйәр Махатова.

Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: