Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Закон һәм тәртип
15 Декабрь 2021, 09:00

Фатир асҡыстары тапшырылды

Асҡын районы прокуроры район хакимиәте башлығы менән берлектә ете кешегә яңы фатирҙан асҡыстар тапшырҙы.

Фатир  асҡыстары тапшырылды
Фатир асҡыстары тапшырылды

 Дүрт етем бала, ике инвалид, инвалид бала тәрбиәләгән һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж бер ғаилә яңы фатирлы булды.
Бынан алдараҡ торлаҡ закондарын тикшереү һөҙөмтәләре буйынса район прокуратураһы тарафынан судҡа дәғүә ғаризалары ебәрелгәйне. Уларҙы тикшереү һөҙөмтәһендә хроник ауырыуҙарҙың ауыр төрҙәре менән интеккән граждандарҙы сиратһыҙ торлаҡ менән һәм етем балаларҙы уңайлы шарттары булған фатир менән тәьмин итеү буйынса прокурорҙың дәғүә талаптары ҡәнәғәтләндерелде.
Асҡын районы хакимиәте тарафынан аш бүлмәһе плитәһе, һауыт-һаба йыуыу урыны, шәхси һыу йылытҡыс, сантехника менән йыһазландырылған барлыҡ уңайлы шарттары булған яңы торлаҡ һатып алынды һәм хужаларына тапшырылды.
Тантаналы саранан һуң район прокуроры, хакимиәт башлығы һәм торлаҡ төҙөүселәр фатир хужаларына бүләктәр тапшырҙы.


Нияз Фәйезов, Асҡын районы прокуроры, юстицияның кесе советнигы.

Фатир  асҡыстары тапшырылды
Фатир асҡыстары тапшырылды
Автор:
Читайте нас