Бөтә яңылыҡтар

Телгә, мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләй

Эльза Нурмөхәмәтова «Йәнтөйәк» гәзитен дәрестәрендә лә ҡуллана

Телгә, мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләй
Телгә, мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләй

Ағымдағы йылдың икенсе ярты йыллығына Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө тамамланды. Йола буйынса, был арала район, район-ара һәм республика баҫмаларына ташламалы хаҡҡа яҙылырға булды. Был мөмкинлектән Байҡы ауылынан даими яҙылыусыбыҙ Эльза Нурмөхәмәтова ла файҙаланды.
Эльза Ғилфан ҡыҙы “Йәнтөйәк” гәзитенә һөнәри яҡтан ҡарай, сөнки ул башҡорт теле уҡытыусыһы.


— “Йәнтөйәк” район-ара гәзите биттәрендә башҡорт халыҡ традицияларын һаҡлау һәм тергеҙеү, балаларҙың һәм уҡытыусыларҙың уңыштары тураһында байтаҡ мәҡәләләр уҡыуыма, күрше райондарҙың яңылыҡтарын белеүемә бик шатмын, — ти ул. — Бигерәк тә миңә таныштарымдың, яҡташтарымдың уңыштары хаҡында материалдар сығыуы айырыуса ҡыуаныслы. Мәҫәлән, һуңғы сығарылыштарҙа мин физкультура уҡытыусыһы тураһында уҡыным, курсташым тураһында ла яҙма күрҙем. Был бик илһамландыра. “Йәнтөйәк”те бик файҙалы һәм ҡыҙыҡлы баҫма тип иҫәпләйем.


Эльза Нурмөхәмәтова Асҡын районы Ҡубияҙ ауылында тыуып үҫә. Яҡшы уҡый һәм остаздарын бик хөрмәт итә. Ә уларҙың береһе — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы йәш Эльза өсөн яҡшы кеше һәм лайыҡлы педагог өлгөһө булып тора. Шулай итеп, ул да үҫкәс уҡытыусы булырға ныҡлы ҡарар итә. Тырыш ҡыҙ мәктәпте тамамлағас, Бөрө педагогия институтына уҡырға инә һәм өҫтәмә немец теле белгеслеге менән тел уҡытыусыһы дипломын ала.
Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң Эльза Ғилфан ҡыҙы тыуған районына ҡайта һәм Асҡын 1-се урта мәктәбендә балаларға рус һәм немец телдәренән белем бирә. Һигеҙ йыл эшләгәндән һуң Ҡариҙел районының Байҡы ауылында йәшәүсе Мөғәллим Ноғамир улына кейәүгә сыға һәм урындағы мәктәпкә эшкә урынлаша.
— Байҡы урта мәктәбенә башҡорт теле уҡытыусыһы кәрәк ине, һәм минән тап ошо фәнде алып барыуҙы һоранылар, — тип дауам итә Эльза Нурмөхәмәтова. — Мин үҙем мәктәптә татар телендә уҡыным, әммә яҡшы педагогик тәжрибәм булғанлыҡтан, ризалаштым. Башта башҡорт теленең грамматикаһын үҙем өйрәндем, ә һуңынан квалификациямды күтәрҙем.
Уҡытыусыға башҡорт телен өйрәнеүгә Байҡы ауылында башлыса рус халҡы йәшәүе лә ярҙам итә. Шуға күрә ул педагогик эшмәкәрлегендә балаларҙы тел нигеҙҙәренә өйрәтеү һәм мәҙәниәт менән таныштырыуҙы төп бурыс итеп ҡуя.


Эльза Ғилфан ҡыҙы Байҡы урта мәктәбендә 12 йыл эшләү дәүерендә үҙе уҡытҡан фәнде барлыҡ уҡыусылары өсөн мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы итеүгә өлгәшә. Ул белем биргән малайҙар һәм ҡыҙҙар башҡорт телен яҡшы үҙләштереп кенә ҡалмай, төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙа уңышлы ҡатнаша. Һәләтле, заман менән бергә атлаусы уҡытыусының да тырышлығы иғтибарҙан ситтә ҡалмай, Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.


Өс йыл элек Эльза Нурмөхәмәтова “Йыл уҡытыусыһы” һөнәри оҫталыҡ конкурсының муниципаль этабында ла ҡатнашты.
— Уҡытҡан фәнем миңә бик оҡшай. Башҡорт теле синонимдарға бай, матур яңғырай, моңло көй кеүек. Уҡыусыларым да ҙур теләк менән өйрәнә, — тип һөйләй уҡытыусы. — Уларҙа республикабыҙ мәҙәниәтенә, туған телгә, тарихыбыҙға, ғәжәйеп тәбиғәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләргә тырышам. Беҙ дәрестәрҙә рус һәм башҡорт йолаларын сағыштырабыҙ, уртаҡлыҡ табабыҙ һәм һәр мәҙәниәттең үҙенсәлекле һәм матур булыуын, ә телдең уның төп өҫтөнлөктәрен сағылдырыуын аңлайбыҙ. Әйткәндәй, уҡыусыларым “Йәнтөйәк” гәзите менән дә таныш. Беҙ бергәләп уның йөкмәткеһен өйрәнәбеҙ, үҙебеҙ өсөн файҙалы нәмә табабыҙ, күрше райондарҙан уҡыусылар тураһында уҡыйбыҙ, ҡайһы бер идеяларҙы иғтибарға алабыҙ.
Эльза Ғилфан ҡыҙы — яҡшы педагог, оҫта хужабикә, хәстәрлекле ҡатын һәм һөйөклө әсәй ҙә. Шулай уҡ ул яратҡан шөғөлдәренә лә ваҡыт таба — ҡул эше менән мәшғүл, сәскәләр үҫтерә. Әммә иң мөһиме, был гүзәл зат әйтеүенсә, ул балаларҙы ихлас ярата.
— Үҫеп килгән быуын менән эшләү, уларға тел нескәлектәрен өйрәтеү, телгә һөйөү тәрбиәләү миңә бик оҡшай. (Мин бынан тыш күп йылдар Байҡыла немец телен дә уҡыттым, әммә быйыл уны мәктәп программаһынан алдылар). Минең өсөн иң мөһиме – балаларҙы ҡыҙыҡһындырыу, уларҙың күҙҙәрендәге осҡондо, белем алыуға ынтылышты күреү. Эш кабинетымда тирмә макеты бар. Был мәктәпкә күскәс, мин уны төҙөкләндерә башланым. Шулай, әкренләп, уҡыусыларыбыҙ ярҙамы менән мейес, эскәмйәләр, һауыт-һаба, көнкүреш әйберҙәре, атрибутика менән тулыланды. Бигерәк тә бәләкәстәр, башланғыс класс уҡыусылары, боронғо башҡорттарҙың көнкүрешен ҡыҙыҡһынып өйрәнә, дәрескә теләк менән йөрөй, — тип һөйләне Эльза Нурмөхәмәтова.

Лилиә Бәҙретдинова.

Ҡариҙел районы.

Телгә, мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләй
Телгә, мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләй
Автор:
Читайте нас: