Байрамға Ҡаракүл, Солтанай ауылдарынан килгән өлкән быуын вәкилдәрен Яубүләк ауыл биләмәһе башлығы Флүр Фәнүз улы Әминев ихлас тәбрикләне һәм уларға ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, имен тормош, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең изгелектәрен генә күреп йәшәүҙәрен теләне.
Ололар сәй табыны артында ихлас аралашты, эшләгән саҡтарын иҫкә алды.
Солтанай ауылының һәр сарала әүҙем ҡатнашыусы гүзәл заттары Лилиә Сәмиғуллина, Зилә Шәйнурова, Сөғдә Гәрәева, Рәйсә Сәләхетдинова өҫтәл әҙерләүҙә ҙур тырышлыҡ һалды.
Рәмил Рәхимов, Мәүлиә Шәйхетдинова ла табын ҡороуға үҙ өлөшөн индерҙе.
Байрам йылы мөхиттә үтте. Ололар ойоштороусыларға, ауыл биләмәһе хакимиәтенә ҙур рәхмәттәр әйтеп таралышты.
Илһөйәр Махатова.