Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
19 Апрель , 09:24

Милли кейем көнө менән!

Бөгөн республикабыҙҙа сағыу байрам - Башҡортостан халыҡтарының Милли кейем көнө.

Милли кейем көнө менән!
Милли кейем көнө менән!

Традицион халыҡ кейеме һәр ваҡыт тарихи, этнографик, социологик һәм фәнни күҙлектән йәмәғәтселек өсөн ҡыҙыҡлы булып ҡала, мәҙәниәтебеҙҙең мөһим өлөшө булып тора. Шуныһы шатлыҡлы: милли кейем бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмаған һәм күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра, илһамландыра. Мәҫәлән, күп алдынғы модельерҙар үҙ коллекцияларында халыҡ костюмы элементтарын ҡуллана, хатта уның мотивтары буйынса коллекциялар булдыра. Тағы ла шуныһы: милли кейем менән этнографтар, тарихсылар, сәнғәт белгестәренән тыш, ябай халыҡ та ҡыҙыҡһына: улар араһында милли кейемде тегеүселәр, кейеүселәр, таратыусылар бихисап.

Байрам айҡанлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова түбәндәге һүҙҙәрҙе еткерҙе:

– Милли кейем - ябай кейем генә түгел, ә халыҡтың рухын, намыҫын, мәҙәниәтен сағылдырған, көнкүрешен һәм эстетик традицияларын күрһәткән ғәмәл дә. Башҡорт милли кейеменең күп быуатлыҡ тарихы бар, ул тотош донъяға билдәле.

Шуныһы шатлыҡлы: милли кейем бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмаған һәм күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра, илһамландыра. Бигерәк тә йәш быуындың милли кейемдең уңайлылығын һәм матурығын дөрөҫ баһалауы ҡыуандыра: беҙ көндәлек тормошта, йолаларыбыҙҙа уның киң ҡулланылыуын күрәбеҙ. Ғөмүмән, милли кейем беҙҙе шанлы тарихыбыҙ, тыуған еребеҙ менән бәйләй, мәҙәниәтебеҙҙең, рухиәтебеҙҙең, үҙбилдәләнешебеҙҙең бер сағылышы булып тора.

Хөрмәтле дуҫтар! Һеҙҙе күркәм байрам менән ҡотлайым, барығыҙға ла именлек, һаулыҡ һәм һүнмәҫ рух теләйем! – тине Эльвира Ринат ҡыҙы.

Ғөмүмән, милли кейем – тарихыбыҙҙың, үҙбилдәләнешебеҙҙең сағылышы ул. Байрам менән!

Милли кейем көнө менән!
Милли кейем көнө менән!
Автор:
Читайте нас: