Бөтә яңылыҡтар

Һәр яҡтан өлгөлө ғаилә

Бөрө ҡалаһында татыу, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаған һәм йәштәргә өлгө булып торған өлкән быуын ғаиләләре байтаҡ.

Һәр яҡтан өлгөлө ғаилә
Һәр яҡтан өлгөлө ғаилә

 Шуларҙың береһе – Рәмиә Әнғәм ҡыҙы һәм Айрат Хәсби улы Ғәйнетдиновтар. Бынан бер нисә йыл элек осраҡлы ғына танышыуымда уларҙың бер-береһенә ҡарата йылы мөнәсәбәте, балаларҙың ата-әсәләренә үтә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыуҙары һоҡландырғайны. Был юлы Ғәйнетдиновтар ғаиләһе менән яҡынданыраҡ танышыу бәхете тейҙе.
Айрат Хәсби улы Балтас районы Соҡалы ауылында ғаиләлә 4-се бала булып донъяға килә. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышынан байтаҡ нужа һурпаһы татып ҡайтҡандан һуң ғына өйләнә. Шуға күрә төпсөк улдары тыуғанда ата-әсә байтаҡ йәштә була.
Айрат ағай Балтас районы Ҡурас урта мәктәбенең рус класында белем ала. Яҡшы уҡыған тәүәккәл егетте мәктәптең комсомол ойошмаһы секретары итеп һайлап ҡуялар. Әйткәндәй, төплө белем биргән, ышаныс тәрбиәләгән Ҡурас белем биреү усағына рәхмәтле ул.
Урта мәктәпте тамамлағандарына ярты быуат ғүмер үткән. 1974 йылда тамамлаған сығарылыш уҡыусыларының осрашыуы быйыл 15 июндә буласаҡ. Ойоштороусы булараҡ, форсаттан файҙаланып, барлыҡ класташтарын ошо күңел һәм хис байрамына саҡыра ул.
Мәктәпте уңышлы тамамлаған Айрат ағайҙың теләге хәрби училищеға уҡырға инеү була. Белем һәм физик әҙерлек талаптары буйынса конкурстан үтеүгә ҡарамаҫтан, 18 йәше тулыуға 10 көн генә етмәй ҡалғанлыҡтан, документтар кире ҡайтарыла. Ҡайҙалыр уҡыуҙы дауам итергә кәрәк булғанлыҡтан, Башҡорт дәүләт медицина университетына имтихандарҙы уңышлы тапшырып, уҡырға инә. Ләкин хәрби кеше булыу теләге был юлы ла өҫтөнлөк ала. Дыуамал егет ата-әсәләрен конкурстан үтә алманым, тип алдап, ауылға ҡайта. Ниәте – бер йылдан хәрби училищеға барыу.
Өлкәнәйеп барған ата-әсәһенә ярҙам кәрәккәнлектән, туған мәктәбенә уҡытыусы булып эшкә урынлаша. Хәрби хеҙмәттән һуң маҡсатын бойомға ашырырға була һәм армияға китә. Барыһы ла яҡшы кеүек: ике йыл артта ҡалып бара, тиҙҙән дембель, Одесса хәрби училищеһына документтар тапшырылған, уҡырға бараһы ғына ҡалған... Ләкин уйламағанда уға операция өҫтәленә ятырға тура килә. Шулай итеп, бала саҡтағы хыялына өсөнсө тапҡыр кәртә ҡуйыла.
Армиянан һуң шул уҡ мәктәптә военрук булып эшләй, яҙын институтҡа ситтән тороп уҡыу бүлегенә уҡырға инергә уйлай. Ул ваҡытта Ҡурас мәктәбендә малайҙар һаны район мәктәптәренән дә күберәк була. Хәрби уҡыуҙар һөҙөмтәһендә имтиханға бара алмай ҡала. Йәй көнө көндөҙгө бүлеккә инеүселәр менән уҡырға инә. 1-се курсты тамамлағас, ситтән тороп уҡыуға күсә һәм милиция бүлегенә эшкә урынлаша. Шулай итеп, Айрат Хәсби улының ғүмерлек һөнәренә юл ярыла. 11 ауылдағы тәртипте һаҡлаусы участка милиционеры подполковник дәрәжәһенә күтәрелгәнсе әллә күпме енәйәтте асырға, ғаиләләге мөнәсәбәттәрҙе көйләргә, яҙыҡ юлға баҫҡандарға тура юл күрһәтергә, үҙ һөнәренә йәштәрҙе ылыҡтырырға тура килә уға. Аҙаҡ 15 йыл Башҡортостан Республикаһы Бөрө районы федераль судында судья ярҙамсыһы, район хакимиәтендә юрист булып эшләй.
Рәмиә Әнғәм ҡыҙы Балтас урта мәктәбен уңышлы тамамлай. Ул ваҡыттағы талаптар буйынса, бер йыл санитарка булып эшләгәндән һуң, Бөрө медицина һәм фармацевтика училищеһының акушерлыҡ бүлегенә уҡырға бара. Хеҙмәт юлын 1981 йылда Бөрө дауаханаһында башлай. Кейәүгә сыҡҡас, Бажан ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире була.
Усаҡты утынлы тотоу ир-аттан булһа, йылы тотоу – ҡатын-ҡыҙҙан. Рәмиә апай ҙа, ауыл тормошонда ҡайнап, мал-тыуар ҡарап, балалар үҫтереп, иренә терәк булып, ғаилә усағын һаҡлауҙы бурыс итеп ҡуя. Бөрөгә күскәс, үҙ һөнәре оҫтаһы Рәмиә апайҙы яуаплы урынға – Бөрө үҙәк дауаханаһының операция бүлегенә өлкән шәфҡәт туташы итеп тәғәйенләйҙәр. Шулай итеп, ҡырҡ йыл буйына һөнәренә тоғро ҡалып, хаҡлы ялға сыға ул.
Рәмиә Әнғәм ҡыҙы һәм Айрат Хәсби улы Ғәйнетдиновтарҙың ғаиләһендә Айһылыу һәм Лариса исемле ҡыҙҙар тыуа. Айһылыу 2003 йылда Бөрө дәүләт педагогия институтының биология һәм химия факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Һуңғы курста Рәсәй Федерацияһы Президенты стипендиаты була. Юғары уҡыу йорто хакимиәте белемле ҡыҙҙы ситкә ебәрмәйенсә эшкә ҡалдыра. Теүәл биш йылдан – 2007 йылдың йәмле май айында – Өфөлә Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө фән үҙәге биохимия һәм генетика институтында кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлап, биология фәндәре кандидаты була. Уҡытыуҙан тыш молекуляр медицина генетикаһы, популяцион генетика буйынса эҙләнеү эштәре алып бара. Шул уҡ ваҡытта биология һәм химия факультетының декан урынбаҫары вазифаһын башҡара. Бөгөн ул Ямал-Ненец автономиялы округының «Мәғарифты үҫтереү төбәк институты” өҫтәмә һөнәри белем биреү дәүләт автономиялы учреждениеһында доцент булып эшләй. Лариса ла апаһынан ҡалышмай, Бөрө дәүләт педагогия институтын тамамлай, бөгөн Ноябрьский ҡалаһында йәштәр эштәре буйынса бүлек мөдире вазифаһын башҡара.
Бәхеттәрен Ғәйнетдиновтар матурлыҡ һәм хеҙмәт менән биҙәй белә. Һәр ерҙә бөхтәлек, зауыҡлыҡ хөкөм һөрә. Рәмиә апайҙың алмазлы мозаиканан эшләгән һүрәттәре лә күҙҙе ҡамаштыра. Уларға киләсәктә лә бер-береһенә кәрәк һәм терәк булып, балаларына һәм ейән-ейәнсәрҙәренә шатлыҡ өләшеп йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

Ғәлиә Ғәниева.

Бөрө районы.

Һәр яҡтан өлгөлө ғаилә
Һәр яҡтан өлгөлө ғаилә
Автор:
Читайте нас: