Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Апрель , 09:00

Билдәле райондашыбыҙ

Айдар Хажиев республика һәм Рәсәй чемпиондарын тәрбиәләне

Билдәле райондашыбыҙ
Билдәле райондашыбыҙ

Һуңғы йылдарҙа сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыусылар артҡандан-арта. Был шатлыҡлы күренеш. Шундай райондаштарыбыҙҙың береһе — Айдар Хажиев.

Айдар Марат улы — штанганы ятҡан килеш күтәреү дисциплинаһында пауэрлифтинг буйынса спорт мастеры. Хеҙмәт юлының башында районда көс талап иткән спорт төрөн популярлаштырыуға ҙур тырышлыҡ һалған кеше ул.
Армспорт буйынса республика һәм Рәсәй чемпиондарын тәрбиәләне. Гер спорты буйынса Рәсәй спорт мастеры Айваз Сәфетдинов, Башҡортостан чемпиондары Рөстәм Нуртдинов, Радим Нурмөхәмәтов, Илдар Суфиянов, Рәсәй чемпионаты призеры Алмаз Ғәбитов — былар барыһы ла Айдар Хажиев тәрбиәләнеүселәре. Дөйөм алғанда, хеҙмәт дәүерендә ул спорт мастерлығына — бер кандидат, спорт мастеры кандидатына 15-ләп спортсы тәрбиәләне.
Айдар Марат улы үҙе лә һәр саҡ спорт ярыштарының уртаһында. 2022 йыл да уның өсөн ярыштарҙа ҡатнашыуға һәм еңеүҙәргә бай булды: май айында пауэрлифтинг һәм көс талап иткән спорт төрҙәре буйынса асыҡ Башҡортостан кубогы уҙа һәм ул унда штанганы ятып күтәреү дисциплинаһында еңеү яулай. Күп тә үтмәй пауэрлифтинг буйынса Стәрлетамаҡ ҡалаһы беренселегенең “Халыҡ жимы” дисциплинаһында (атлеттар үҙ ауырлыҡтарына тиң снарядты күтәрә) беренсе урынға лайыҡ була. Шулай итеп, 2022 йыл уңышлы тамамлана. Йылды йомғаҡлап, Салауат ҡалаһында уҙған көс талап иткән спорт төрҙәре буйынса “Батырҙар көрәше” асыҡ милли кубогында ла һынатмай ул. Штанганы ятып күтәреү дисциплинаһында беренселек уның көслө ҡулдарында була.
2023 йылдың уңыштары ла һөйөндөрә. Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән “Тимер холоҡ” асыҡ Башҡортостан чемпионатында, Салауаттағы пауэрлифтинг буйынса Риф Ғәдиев иҫтәлегенә асыҡ Бөтә Рәсәй турнирында беренселекте яулай.
Шулай уҡ Салауат ҡалаһында пауэрлифтинг һәм көс талап иткән спорт төрҙәре буйынса йыл һайын үткәрелә торған традицион “Батырҙар бәйгеһе-6” асыҡ милли кубогында Айдар Хажиев 82,5 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында уңышлы сығыш яһап, беренсе урынға сыға. Дөйөм суммала ул 547,5 килограмм күтәреп, пауэрлифтинг буйынса спорт мастеры нормативын үтәне, иң ҙур ауырлыҡты күтәргән өсөн “Классик пауэрлифтинг” номинацияһында абсолют беренселекте яуланы. Шулай уҡ штанганы ятҡан килеш күтәреү дисциплинаһында билдәле спортсыбыҙ беренсе урынға эйә булып, “Пауэрлифтинг буйынса спорт мастеры” исемен яҡланы.
Әле күптән түгел генә Өфө ҡалаһында ошо уҡ спорт төрҙәре буйынса “Весенний вызов Урала” Бөтә Рәсәй турниры үтте. Бында ла ул дөйөм суммала 580 килограмм күтәреп, беренселекте яулай. Шулай уҡ штанганы ятҡан килеш күтәреү дисциплинаһында Айдар Марат улы беренселекте береһенә лә бирмәй.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Айдар Хажиев Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәп, шәхси эшҡыуарлыҡ өлкәһендә хеҙмәт һалһа ла, барлыҡ ярыштарҙа ла Балтас районы исеменән сығыш яһай, тыуған районы данын яҡлай.
Сәләмәт йәшәү рәүеше Айдар Марат улының ҡанында. Ул көслө һәм уңышлы спортсы ғына түгел, ә үҙе шөғөлләнгән өлкәлә ысын оҫта һәм йәштәргә матур өлгө. Пауэрлифтинг уның өсөн спорт ҡына түгел, ә йәшәү рәүешенә әүерелгән.

Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы.

Билдәле райондашыбыҙ
Билдәле райондашыбыҙ
Автор:
Читайте нас: