Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Апрель , 08:00

Йондоҙнамә (29 апрель – 5 май)

Аҙналыҡ гороскоп менән сайтыбыҙға инеп таныша алаһығыҙ:

Йондоҙнамә (29 апрель – 5 май)
Йондоҙнамә (29 апрель – 5 май)

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Мәшәҡәттәр ҡапыл күбәейп киткәндәй тойолор. Юҡ-бар өсөн йыш борсолорһоғоҙ, моғайын. Шулай ҙа был етди хаталарға  йәки юғалтыуҙарға килтермәҫ. Шаршамбыға табан барыһы ла яйланыр.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Көндәр һәйбәт килер. Бәғзеләр күп көс һалған ниндәйҙер мөһим эште тамамлар. Кемдер элек булдыра алмаған мәсьәләне еңел генә хәл итер. Йомала көтөлмәгән килем алырһығыҙ.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Мәл үткәнгә йомғаҡтар яһау өсөн уңайлы. Ашыҡмай ғына фекер төйнәгеҙ – был киләсәктә хаталарға юл ҡуймаҫҡа ярҙам итер. Шаршамбыла яҡындарығыҙ менән ҡаршылыҡтар килеп сығыр, улар тиҙ онотолор кеүек.

Ҡуҙы ( 21.03– 20.04)

Шишәмбе үтә уңышлы көтөлә. Иҫегеҙҙә оҙаҡ һаҡланырлыҡ ваҡиғалар ҙа булыр. Кесе йомала алдан уйлағанса эш итә алмаҫһығыҙ. Кемгәлер ашығыс ҡарар ҡабул имтергә тура килер. Әлбиттә, борсолоуһыҙ, икеләнеүҙәр булмаҫ.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Аҙна башында йондоҙҙар төрлө бәхәстән ары торорға ҡуша. Был көндәр етди мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн бигүк бармаҫ. Шаршамбыла бер юлы бер-нисә эш менән булышырһығыҙ. Ҡыйынлыҡтар булһа ла, барыһын да ваҡытында башҡарырһығыҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Шишәмбе мәшәҡәтле уҙыр. Тик улар ыңғай булыр, моғайын. Кесе йомала бәғзеләрҙе ниндәйҙер йылы һәм ҡыуаныслы осрашыу көтә. Уның барышында үҙегеҙ өсөн файҙалы нәмәләр ишетерһегеҙ, бәлки. Шәмбелә килем алырһығыҙ.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Был осор әллә ни һиҙелерлек уңыш-еңеүҙәр килтермәҫ һымаҡ. Шулай ҙа төрлө сарала күберәк ҡатнашырға, саҡырыуҙан баш тартмаҫҡа кәңәш ителә. Был осраҡта һеҙҙе күңел күтәрерлек ваҡиғалар, яңы танышлыҡтар көтәсәк.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Бәғзеләр яҡын киләсәккә ниәт-маҡсаттар ҡора башлар. Мөмкинлектәрегеҙҙән сығып, элекке хаталарҙы иҫтә тотоп эш итегеҙ. Нигеҙҙә яҡындарығыҙҙың ярҙамын һәр саҡ тойорһоғоҙ. Шәмбелә иҫтә ҡалырлыҡ хәлдәр булыуы ихтимал.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Был арала мотлаҡ яҡшы хәбәрҙәр ишетерһегеҙ. Уларҙың күптән күрмәгән кешенән дә булыуы мөмкин. Башығыҙҙа өмөтлө уй-фекерҙәр ҙә даими тыуып торор. Кесе йомала һис тә уйламаған хәлдә кемдер ярҙам тәҡдим итер.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Аҙна барышында өмөт иткәндән күберәкте булдыра алырһығыҙ. Шишәмбелә ниндәйҙер ҙур эште уңышлы тамамлар өсөн форсат сығыр. Артабан үҙегеҙҙе ышаныслыраҡ тойорһоғоҙ. Йомала кемдәндер рәхмәт һүҙе ишетерһегеҙ, бәлки.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Хәлдәр һеҙ уйлағанса бармаһа ла, барыбер алдан төҙөгән ниәтегеҙгә ярашлы эш итегеҙ. Ныҡышмалыҡ күрһәтһәгеҙ, барыһы ла һәйбәт булыр. Янығыҙҙа ышаныслы кешеләр барлығын да онотмағыҙ. Кесе йомала иҫтә ҡалырлыҡ ыңғай ваҡиғалар көтөгөҙ.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Дүшәмбелә ниндәйҙер мәшәҡәттәр килеп сығыуы бар. Ҙур булмаған юғалтыуҙар кисереүегеҙ ҙә ихтимал. Уларға иғтибар, итмәгеҙ, юлығыҙҙы артабан дауам итегеҙ. Шаршамбыла уҡ күңелегеҙҙе күтәрерлек яңылыҡтар ишетерһегеҙ.

ӨМӨТБАЙ.

https://ye102.ru/articles/mahsus/2024-04-28/yondo-nam-29-aprel-5-may-3729510

Автор:
Читайте нас: