Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Апрель , 17:00

Ултыртылған ағастар ауылды йәмләп үҫһен!

“Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә солтанайҙар ял паркын йәшелләндерҙе

Ултыртылған ағастар ауылды йәмләп үҫһен!
Ултыртылған ағастар ауылды йәмләп үҫһен!

Бөгөн “Йәшел Башҡортостан” экологик акцияһына Солтанай ауылы халҡы ла ҡушылды. Ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Лилиә Сәмиғуллина, Зилә Шәйнурова, ауыл активистары Рәйсә Сәләхетдинова һәм Сөғдә Гәрәева балалар ҡатнашлығында өмә ойоштороп, ял паркы биләмәһендә сирень, рауза, сейә ҡыуаҡтары ултыртты.

Улар балаларға акцияның маҡсаты тураһында һөйләп, йәшәгән еребеҙҙе таҙа, матур, төҙөк тоторға кәрәклеген аңлатты. Эштән һуң уйнарға ярай тигән кеүек, ҡыуаҡтарҙы ултыртып, һыу һибеп, уларҙың ауылды йәшелләндереп үҫеүен теләгәндән һуң, малайҙар һәм ҡыҙҙар паркта уйындар уйнап, ял да  итеп алды.

Әйткәндәй, бынан алда ла ауыл биләмәһе етәкселеге ҡатнашлығында ауыл халҡы менән парк биләмәһенә ағастар ултыртылғайны. Ағастар һәм ҡыуаҡтар тамыр алып, ауылды йәмләп, шаулап үҫһен!

Илһөйәр Махатова.

Ултыртылған ағастар ауылды йәмләп үҫһен!
Ултыртылған ағастар ауылды йәмләп үҫһен!
Ултыртылған ағастар ауылды йәмләп үҫһен!
Ултыртылған ағастар ауылды йәмләп үҫһен!
Ултыртылған ағастар ауылды йәмләп үҫһен!
Ултыртылған ағастар ауылды йәмләп үҫһен!
Ултыртылған ағастар ауылды йәмләп үҫһен!
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: