Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Апрель , 16:35

Тыуған яҡ, дуҫлыҡ, берҙәмлек тураһында

Бөгөн  “Күк сәскә” балалар баҡсаһында  Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө уңайынан “Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне”  тип аталған сағыу байрам ойошторолдо.

Тыуған яҡ, дуҫлыҡ, берҙәмлек тураһында
Тыуған яҡ, дуҫлыҡ, берҙәмлек тураһында

Төрлө милләт костюмдары кейгән тәрбиәселәр һәм тәрбиәләнеүселәр республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтар исеменән сығыш яһаны. Балалар тәрбиәсе Лилиә Ғәлимйәнованың төрлө милләт вәкилдәре һәм уларҙың бай мәҙәниәте тураһында һөйләгәнен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы.

Балалар “Ҡайҙа эш — шунда ризыҡ”, “Тирмә” кеүек халыҡ уйындарын ҙур теләк менән уйнаны, тыуған ерҙең матурлығы тураһында шиғырҙар уҡыны, башҡорт, татар телдәрендә йырҙар йырланы, ҡыҙыҡлы һорауҙар, йомаҡтарға яуаптар тапты.

Тәрбиәселәрҙең балалар менән берлектә башҡарған бейеүен барыһы ла һоҡланып ҡараны. Бай йөкмәткеле сара  балаларға төрлө халыҡтарҙың милли йолалары, мәҙәниәте менән танышырға, тыуған яҡ, дуҫлыҡ, берҙәмлек тураһында белемдәрен байытырға мөмкинлек бирҙе.

Илһөйәр Махатова.

Тыуған яҡ, дуҫлыҡ, берҙәмлек тураһында
Тыуған яҡ, дуҫлыҡ, берҙәмлек тураһында
Тыуған яҡ, дуҫлыҡ, берҙәмлек тураһында
Тыуған яҡ, дуҫлыҡ, берҙәмлек тураһында
Тыуған яҡ, дуҫлыҡ, берҙәмлек тураһында
Тыуған яҡ, дуҫлыҡ, берҙәмлек тураһында
Тыуған яҡ, дуҫлыҡ, берҙәмлек тураһында
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: