Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, районыбыҙҙа «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто башланғысы менән ойошторолған «Изге подписка» хәйриә акцияһы дауам итә.
2 апрелдән 12 апрелгә тиклем барған матбуғат баҫмаларына ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө сиктәрендә был хәйриә акцияһына Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ирек Альбирт улы Ҡәҙимов та ихлас ҡушылды. Рухлы етәксе “Йәнтөйәк” район-ара гәзитен ғаиләһенә лә яҙҙырҙы, «Изге подписка» акцияһы сиктәрендә Петропавловка ауылында йәшәүсе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙың әсәһенә лә яҙҙырып бүләк итте.
“Туған телде һаҡларға кәрәк, тип трибуна артына баҫып һөйләү генә етмәй, ә районыбыҙҙа донъя күргән башҡорт телендәге баҫмаға яҙылырға, уны уҡырға һәм таратырға ярҙам итергә кәрәк”, - ти Асҡын районы башҡорттары ҡороолтайы етәксеһе Ирек Альбирт улы Ҡәҙимов. – Районыбыҙҙа ҡоролтай ултырышында резолюция ҡабул иткәндә был документтың бер пункты итеп районыбыҙҙа башҡорт телендә сығыусы “Йәнтөйәк” район-ара баҫмаһына яҙылыуҙы ойошторорға ярҙам итеүҙе индерҙек. Был тәҡдимде барыһы ла хуплап, тауыш бирҙе. Бына хәҙер ошо пунктты тормошҡа ашырырға форсат сыҡты.
Ҡәҙерле милләттәштәр! Йөрәге менән үҙен “башҡортмон” тип һанаған райондаштар! Әйҙәгеҙ, ошо ун көнлөк сиктәрендә туған телебеҙҙе хөрмәт итеп, уны һаҡлау, пропагандалау маҡсатында “Йәнтөйәк”кә яҙылып, барлығыбыҙҙы, берҙәмлегебеҙҙе күрһәтәйек. Туған телдә балалар менән бергә гәзит-журналдар уҡыу - телһөйәрлек билдәһе!”
Һәр изге башланғысты күтәреп алыусы рухлы етәксегә рәхмәт белдереп, яуаплы эшендә уңыштар теләйбеҙ!
2 апрелдән 12 апрелгә тиклем “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылыу хаҡы почта аша 522 һум 18 тин. Редакциянан үҙегеҙ килеп алһағыҙ 486 һум буласаҡ. “Йәнтөйәк”ле, рухлы булып, изге эштәребеҙ менән йәнтөйәгебеҙҙе йәмләп йәшәйек!
Наилә Имаева.