Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
28 Апрель , 10:05

Башҡортостан ауылында зыяратты таҙарттылар

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ,  бөгөн, 28 апрелдә,  Башҡортостанда йәшәүселәр мәрхүмдәрҙең ҡәберҙәрен тәртипкә килтерә.

Башҡортостан ауылында зыяратты  таҙарттылар
Башҡортостан ауылында зыяратты таҙарттылар

 

Зыяраттарҙы тәртиптә тотоу — һәр беребеҙҙең изге бурысы. Иҫәндәрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел, тип юҡҡа ғына әйтмәй халыҡ.
"Районыбыҙҙың ҙур булмаған Башҡортостан ауылында ла зыяратты таҙартыу буйынса өмә уҙҙы. Был изге эштә ауыл халыҡ берҙәм булып тал-сыбыҡтарҙы, ағастарҙы киҫте, тырмалар менән ҡороған үләндәрҙе йыйып түкте.Мәрхүмдәрҙе иҫкә алып, доға ҡылыу ғына етмәй, уларҙың мәңгелек төйәген дә тәртиптә тотоу фарыз. Был - беҙҙең бурысыбыҙ”, – тип хәбәр итте әүҙем ағинәй Эльвера  апай Зиннәтова.  – Башҡортостан ауылы халҡы был эштә берҙәм булып, зыяратты таҙартып, тәртипкә килтерҙе. Бик ҙур рәхмәт барыһына ла”.

Наилә Имаева.

Башҡортостан ауылында зыяратты  таҙарттылар
Башҡортостан ауылында зыяратты таҙарттылар
Читайте нас: