Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
20 Май 2022, 22:40

Миләүшә апай йомаҡ ҡоя

Балаларҙың буш ваҡытын файҙалы үткәреү, уларҙың ялын ойоштороу – мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең төп маҡсаттарының береһе.

Миләүшә апай йомаҡ ҡоя
Миләүшә апай йомаҡ ҡоя

 

 

Ошоно иҫәпкә алып, төбәктәрҙә кескәйҙәр менән йөкмәткеле, матур саралар үткәрелә. Абдулла ауыл клубы методисы Миләүшә Мусина ла балаларҙы клуб ихатаһына йәлеп итеп, “Йомаҡтар илендә” конкурсында ҡатнашырға саҡырҙы. Миләүшә Нурлығаян ҡыҙы килгән ҡунаҡтарын башта йомаҡтарҙың нисек килеп сыҡҡаны, уның төрҙәре, тематик йүнәлеше хаҡында төплө мәғлүмәт бирҙе. Унан инде Миләүшә апай балаларға рәхәтләнеп йомаҡ ҡойҙо. Улар кем уҙарҙан дөрөҫ яуаптарын әйтте. Йомаҡтар бәйгеһендә 1-се урынды Мөхәмәтова Лиана яуланы. Ҡалған уҡыусылар барыһы ла бер төрлө мәрәй йыйып , 2 -се урынды бүлеште. Бына улар: Гүзәл Ғарифуллина, Элина Шәйхинурова, Әмилә Нәсебетдинова, Риана Ғәләүетдинова, Динара Йәғәфәрова, Рузана Әхмәтова. Был мауыҡтырғыс сарала һәр кем ҡыҙыҡлы йомаҡтар белде. Миләүшә апалары балаларҙы тирә-яҡҡа ҡарата иғтибарлы булырға, төрлө тәбиғәт күренештәрен, хайуандар, үҫемлектәр донъяһын күҙәтергә саҡырҙы. Үҙҙәренең күҙәтеүҙәренән һуң йомаҡтар уйларға ҡушылды. Шулай итеп, Миләүшә Нурлығаян ҡыҙы халыҡ ижадын белергә, яратырға, үҫтерергә һәм һаҡларға кәрәклеген һәр кескәй йөрәктең күңеленә беркетеп ҡуйҙы.

Гөлнара Солтанова.

Миләүшә апай йомаҡ ҡоя
Миләүшә апай йомаҡ ҡоя
Читайте нас: